“УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностика системаһы Ҡариҙел ауылы кешеләре сирҙәрен диагностикалау сифатын яҡшыртасаҡ ҡорамал буласаҡ. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһындағы яңы аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Бына ете тиҫтә йыл дауамында ультратауыш аппараты төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа ҡулланыла. Бөгөн ул – заманса һәм сифатлы медицинаның мотлаҡ атрибуты. 33 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә табип Риф Сәлихов әйтеүенсә, яңы ҡорамал файҙаланыуҙа уңайлы, элеккеләренән айырыла. – Яңы аппарат теүәллеге һәм һиҙгерлеге менән иҫкеләренән айырыла. Тимәк, сирҙәрҙе диагностикалау сифатлыраҡ һәм анығыраҡ буласаҡ, ҡорамал табиптар эшмәкәрлегендә алыштырғыһыҙ, – тип билдәләне табип. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.