Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ

Ауыр хәбәр еткерәбеҙ: 28 апрелдә ҡапыл билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Илдар Бикҡужин вафат булды. Уға ни бары 51 йәш ине. Илдар Бикҡужин республикала туризмды популярлаштырыу өҫтөндә эшләгән кеше. Ҡатыны Венера менән асҡан “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһы өфөләрҙең яратҡан урынына әүерелде. Илдар Бикҡужин тәүге белеме буйынса фотограф, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Туризм өлкәһен үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә ине. 2022 йылда уның командаһы “Башҡортостан йөрәгендә инклюзив тур” һәм “Башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғариф туры” проекттары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды еңеүсеһе, “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” проекты Мәҙәни башланғыстар фонды еңеүсеһе булды. Хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, уның ҡан тамыры өҙөлгән. Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "Башинформ".