Бөрйән ағинәйе Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА 34 йыл ғүмерен мәктәптә балаларға биология уҡытыуға арнай. Математиктар, тел белгестәре нәҫеленән булһа ла, ул үҙендә өләсәһе Нәсиха Хөснөтдин ҡыҙының ҡаны еңгән тип һанай. Киң даирәлә белемле, көслө рухлы ил инәһе, дауа тылсымын белгән хикмәтле йән эйәһе була өләсәһе. Бөгөн авторыбыҙ металл ярҙамында дауалау серҙәре менән бүлешә.
Баҡыр. Яраның уңалыуын тиҙләтә. Ҡан тамырҙарын киңәйеүҙән һаҡлай. Тик бының өсөн 1961 йылға тиклемге (Сталин заманындағы) йәки 1961 йылғы реформаның баҡыр (2, 3, 5) тинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Уларҙы радикулит яфалағанда билгә теҙеп һалып, эт йөнөнән тегелгән билбау бәйләргә мөмкин. Әгәр кеше сирләһә, уның тәненә тейгән баҡыр ҡарая. Шуға уны тоҙло һыуҙа тоторға һәм таҙартырға кәрәк. Баҡыр беләҙектәр ҡан баҫымын нормалләштерә, тик бының өсөн уны терһәк янында йөрөтөргә кәрәк. Аристотель баҡырҙың шешенеүҙән дауа булыуы, ә йәрәхәттәрҙе баҡыр пластинкалар ҡуйып төҙәтеп булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Рустә бәрелгән, күгәрг