Бөгөн күптән түгел фронттан ҡайтҡан, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы пост яҙҙы. Ул башҡорт телен белеүҙең форонтта нисек ярҙам итеүе тураһында. “Кисә бар республика менән башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ. Акция 10-сы тапҡыр үтте, уның аудиторияһы һәм географияһы киң. Беҙ был сарала башланғыс хәрби әҙерлек үткән Мәләүез һәм Белорет районы егеттәре менән “Патриот” паркы майҙансығында ҡатнаштыҡ. Юлда, диктантҡа китеп барған саҡта тыуған телде белеү фронтта нисек ярҙам итеүе тураһында төрлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Полкта элемтәселәрҙең мәғлүмәтте Рәсәй халыҡтары телдәрендә тапшырырға тырышыуы тураһында тарихтар күптәргә билдәлелер тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта бер эш башҡорт йәки татар телендә булһа, икенсеһе, мәҫәлән, тыва телендә. Бик һирәк осраған һәм бигерәк ҡатмарлы тел, дошман үҙе араһынан тәржемәсе таба алмаҫлыҡ. Бер ваҡыт минең менән бер хәл булды, унда башҡорт телен белеү һәм татар телен аңлау беҙ