Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш ҡатын, ир һәм ике бәпес һәләк булған...

Бөгөн төштән һуң йәнә ауыр хәбәр килде: Күгәрсен районында ҡот осҡос авария булған. Һәм ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарһыҙ түгел. Юлда "Chevrolet Lanos" менән “ВАЗ-2110” машиналары бәрелешкән. Авария Магнитогорск - Ира трассаһының 346-сы километрында, көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ватан автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм сит ил машинаһына бәрелә. Аварияның һөҙөмтәләре ҡурҡыныс: "Chevrolet Lanos"та ултырған өс кеше: йәш ҡатын менән 2021 һәм 2023 йылғы бәпестәр шул урында һәләк булған, водитель ауыр йәрәхәттәр алған. Икенсе машинала бер ир кеше үлгән. Тағы ике пассажир һәм водитель дауаханала. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм табиптар эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана. Фото: ЮХХДИ.