Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһы яңы кольпоскоп ҡорамалына байыны. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы алынды. Кольпоскоптың функцияһы микроскоптыҡына оҡшаш, оптик линза лайлалы тиресә һәм ҡан тамырҙары һүрәттәрен тиҫтәләгән тапҡырға ҙурайта һәм һанлаштырылғас, мониторға тапшырыла. Кольпоскопия заман медицинаһында гинекология сирҙәрен диагностикалауҙа киң таралған ысулдарҙың береһе, уның ярҙамында тайпылыштарҙы һәм патологияларҙы иртә стадияла уҡ асыҡларға мөмкин. Дөрөҫ диагноз – һауығыуға ҙур аҙым. – Яңы ҡорамалды эштә ҡулланыу уңайлы, ә экраны ҙур, һүрәттәре аныҡ. Ағзаларҙы ваҡ деталдәрҙә тикшерергә һәм сирҙе диагностикаларға мөмкин. Мин дауаханаға ошондай сифатлы заманса ҡорамал алыныуына бик шатмын. Уның ярҙамында күп ҡатын-ҡыҙға гинекология сирҙәрен еңергә булышасаҡбыҙ, – тине акушер-гинеколог Светлана Әҡбәрова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһын