Башҡортостандың он тартыу предприятиеһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) быйыл тәүге өс айҙа экспортҡа 2,9 мең тонна бойҙай һәм арыш онон оҙатҡан - унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 3,5 тапҡырға күберәк. Был турала төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Продукция Азербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстанға ебәрелгән. Экспортҡа киткән ылауҙың барлыҡ партияларының пробалары "Россельхознадзор"ға ҡараған лабраторияла тикшерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл тәүге кварталда сит илгә ебәрелгән Башҡортостандың агросәнәғәт комплексының бөтә продукция күләме 185 мең тоннанан артып китә. Был иһә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,3 тапҡырға күберәк. 2030 йылға экспортҡа агропродукция күләмен бер миллион тоннаға еткереү планлаштырыла. “Халыҡ–ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙар экспортын үҫтер