Найти в Дзене

Юғалған малайҙарҙы эҙләүселәр ниндәй ҡурҡыныс хаҡында хәбәр итте?

Ике көндән Дамир менән Павелдың юғалыуына бер ай була. Тик Ағиҙел буйында юғалған малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында әле һаман мәғлүмәттәр юҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт туризмы менән ҡыҙыҡһынған ике малай - 13 йәшлек Павел менән 14 йәшлек Дамир 30 мартта юғалды. Уларҙы тәүҙә яҡындары, шунан күп тә үтмәй ирекмәндәр эҙләй башланы, полиция һәм махсус хеҙмәттәр ҡушылды. Ташҡын сәбәпле эҙләү ҡатмарлашты. Боҙҙоң иртә ирей башлауы сәбәпле водолаздар һыу аҫтынан эҙләүҙе туҡтатып торорға мәжбүр булды. Әммә “Лиза Алерт” ирекмәндәре эшен туҡтатманы, улар көн һайын йылға буйына сыға һәм малайҙарҙы ярҙан, яҡындағы урмандан эҙләүен дауам итә. Бөгөн “Лиза Алерт” ирекмәндәре йәнә битараф булмаған граждандарға мөрәжәғәт итте һәм эҙләүгә ҡушылырға саҡырҙы. Әммә улар кешеләрҙе көткән ҡурҡыныстар тураһында ла иҫкәртте. Беренсенән, ташҡын арҡаһында, ҡараңғы ваҡытта эҙләүе ҡурҡыныс. Төн төшкәс сығыу тыйылды. Икенсенән, әле талпандар әүҙемләшеүе ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға күрә эҙләүгә килгән кешеләргә репеллентт

Ике көндән Дамир менән Павелдың юғалыуына бер ай була. Тик Ағиҙел буйында юғалған малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында әле һаман мәғлүмәттәр юҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт туризмы менән ҡыҙыҡһынған ике малай - 13 йәшлек Павел менән 14 йәшлек Дамир 30 мартта юғалды. Уларҙы тәүҙә яҡындары, шунан күп тә үтмәй ирекмәндәр эҙләй башланы, полиция һәм махсус хеҙмәттәр ҡушылды. Ташҡын сәбәпле эҙләү ҡатмарлашты. Боҙҙоң иртә ирей башлауы сәбәпле водолаздар һыу аҫтынан эҙләүҙе туҡтатып торорға мәжбүр булды. Әммә “Лиза Алерт” ирекмәндәре эшен туҡтатманы, улар көн һайын йылға буйына сыға һәм малайҙарҙы ярҙан, яҡындағы урмандан эҙләүен дауам итә. Бөгөн “Лиза Алерт” ирекмәндәре йәнә битараф булмаған граждандарға мөрәжәғәт итте һәм эҙләүгә ҡушылырға саҡырҙы. Әммә улар кешеләрҙе көткән ҡурҡыныстар тураһында ла иҫкәртте. Беренсенән, ташҡын арҡаһында, ҡараңғы ваҡытта эҙләүе ҡурҡыныс. Төн төшкәс сығыу тыйылды. Икенсенән, әле талпандар әүҙемләшеүе ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға күрә эҙләүгә килгән кешеләргә репелленттар (бөжәккә ҡаршы саралар) файҙаланырға кәңәш итәләр. Малайҙар иҫән килеш табылыр, тип уларҙың ата-әсәһе мөғжизәгә өмөт итә. Яҡшыға юрайыҡ. Фото: "Лиза Алерт".