Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер туғанының ғүмерен өҙгән...

27 апрелдә көндөҙ Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы автомобиль юлының 56-сы километрында “Лифан” автомобиле алда барған “Лада Гранта” автомобилен уҙырға сыға һәм "Лада Гранта"ға бәрелә, артабан юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә “Лифан”дағы пассажир ҡатын – водителдең бер туғаны алған яраларҙан ваҡиға урынында һәләк булған. Водитель эскән булған... Әле Башҡортостанда “Айыҡ водитель” иҫкәртеү сараһы дауам итә. Уҙған тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1500-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 63 иҫерек водитель тотҡан, шулай уҡ транспорт саралары менән идара итеүҙән ситләтелгән, шуларҙың алтыһы быға тиклем дә иҫерек килеш рулгә ултырып тотолған кешеләр булыуы асыҡланған. – Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтегеҙ, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының “ҡыҙыу линия” телефоны аша иҫерек килеш транспорт саралары менән идара итеү факттары тураһында 8 (347) 279-32-92 телефонына хәбәр итегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ял һәм байрам көндәрендә бөтә республика биләмәһендә махсус иҫкәртеү саралары, шул иҫәптән водителдәрҙең иҫерек булыу-булмауын тикшереү буйынса рейдтар ойоштора. Полицияның участка уполномоченныйҙары менән көсәйтелгән юл-патруль хеҙмәттәре постары халыҡтың күңел асыу һәм башҡа ял итеү урындарына ла барасаҡ. Фото сығанағы: республиканың ЮХХДИ идаралығы.