"Атайсал" проектында тормошта үҙ урынын тапҡан, йәшәү ҡиммәттәрен, тыуған төйәк ҡәҙерен бөтә тулылығында аңлаған ололар ҡатнаша, тип уйлай күптәр. Әммә бөгөнгө III Республика "Ватан көсө" форумы барышында бының улай түгеллеген, атайсалына ярҙам иткән, яҡташтарына изгелек эшләүҙән йәм табып йәшәгән йәштәрҙең күп булыуын күреп ҡыуандыҡ. Мәләүез егете Рим Наил улы Хәсәнов - шундай аҫыл йәштәребеҙҙең береһе. Ул - Рәсәй кимәлендә эшмәкәрлек алып барған уңышлы эшҡыуар, меценат, Евразия инвестиция агентлығының президенты. Рим Мәскәү ҡалаһында йәшәй, әммә тыуған төйәге, үҙе уҡыған Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал мәктәбе менән бәйләнеште өҙмәй. "Атайсал" проектына ярашлы, ул Иҫке Мораптал мәктәбен ремонтлауға 15 миллион һум аҡса бүлгән. Шулай уҡ Рим Наил улы өләсәһе ерләнгән Кинйәбай ауылы зыяратын кәртәләп алыуға һәм унда тиклем юл һалдырыуға өлөш индергән. - Тыуған төйәгемә нисек ярҙам итә алыуымды белешеү өсөн Көйөргәҙе районына килгәс, мине хакимиәт башлығы Юлай Талха улы Ильясов ҡаршы