Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Кешеләргә ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен”

– Рәсим, компьютерыбыҙ боҙолдо, тиҙ генә ҡарамаҫһыңмы икән? – Антивирустың ваҡыты үткән, оҙайтып ҡына ебәрә алмаҫһыңмы? – “Зум”ға нисек инергә тигәйнең әле?.. Ошо һәм башҡа һорауҙар яуып ҡына тора уға. Берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмай, ауыл буйлап таяғына таянып сығып китә Рәсим. “Өйөңә үҙебеҙ киләбеҙ”, йә “машинала килеп алабыҙ” тиһәләр, ризалашмай. “Күрәһегеҙ ҙәһә, өйҙә буш ятып, һимереп барам, – тип шаяртып, шарҡылдап көлә. – Хәрәкәтләнәйем аҙыраҡ, ауылды күреп йөрөп киләйем...” Башҡалар менән бер иш күреп тәрбиәләгәс... Рәсим Баймөхәмәтов – Бөрйән районының Яңы Усман ауылы егете. Уға тыумыштан балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған, аяҡтары дөрөҫ үҫешмәгән, хәрәкәтләнмәй. Ата-әсәһе сабыйҙы дауалау өсөн ҡайҙа ғына алып барып ҡараһа ла, һөҙөмтә булмай. “Атлай алмаясаҡ” – шундай “мөһөр” һуға табиптар. “Бөтөнләй ҡуҙғала алмай, түшәктә генә ятҡан балалар була. Ғүмер буйы шулай, “үҫемлек” кеүек, тәрбиәгә мохтажлыҡ кисерәсәк улар. Ә һеҙҙең улығыҙ, ана бит, бер ҙә генә тик тормай, үтә хәрәкәтсән, үҙе зиһенле. Юғалып ҡалмаҫ. Ҙурая төшкәс, таяҡҡа таянып та, коляска менән дә йөрөр, унан махсус автомобилгә лә ултырыр әле”, – тип төрлөсә тынысландырырға тырыша белгестәр. Күнә ата-әсә... Ысынлап та, башҡа бөтә яҡтан һау-сәләмәт, аҡыллы, ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан, ап-аҡ йөҙлө матур, көләкәс малай бүтәндәрҙән бер ниһе менән дә айырылмай үҫеп китә. – Иҫ белгәнемдән алып гел имгәкләп йөрөһәм дә, “Бүтәндәр атлай бит. Ни эшләп мин баҫа алмайым икән?” тип бер ваҡытта ла ҡайғырып, баш ватып ултырғанымды, атай-әсәйемә һорауҙар биреп ҡаңғыртҡанымды хәтерләмәйем. Бала саҡтан үҙемде нисек бармын – шулай ҡабул иттем, – ти бөгөн Рәсим. – Был, моғайын, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың хәстәрлегенән, мине сикһеҙ яратыуҙарынандыр. Улар миңә бер ҡасан да, Рәсим, һин бүтәндәр һымаҡ булдыра алмайһың, тип әйтмәне. Тиңдәштәрем менән бер иш итеп ҡаранылар. Туғандарым, ауылдаштарым да мине һау бала һымаҡ ҡабул итте. Йортобоҙ ихатаһы шау-гөр килеп торор ине: үҙем йөрөй алмағас, ҡыҙҙар, малайҙар, әҙерәк өлкәнерәк ағайҙарым яныма килеп уйнай торғайны. Шулай бала сағым йәшел үләндә рәхәтләнеп тәгәрәп йөрөп үтте. Хәтәр итеп һуғышып та китә торғайныҡ. Әммә бер ҡасан да яңғыҙ зарығып, бүтәндәрҙең уйнағанына, йүгерешкәненә көнләшеп ҡарап, йәш түгеп ултырғаным булманы. Йәйге эҫе көндәрҙә хатта мине ихатабыҙҙан “урлап”, йылға буйына күтәреп алып төшөп китә торғайнылар. Һыу инә алмаһам да, ярҙа эй кинәнеп, балаларҙың, ҡаҙҙарҙың рәхәтләнеп йөҙгәнен ҡарап ултырыр инем... Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Ҙурая төшөп, таяҡҡа таянып йөрөй башлағанмын. Һаман малайҙарҙан ҡалмай, бергә йөрөйөм. Ниндәй эш боҙҙоҡ икән, инде иҫләмәйем, ауылдағы өләсәйҙәрҙең береһе беҙҙе әрәмәнән сыбыҡлап алып ҡайтып бара. Иң артта ҡалған миңә лә шыйыҡ сыбығы менән эләктереп-эләктереп ала... Хәҙер ошо хаҡта уйлайым да, ололар ни тиклем дөрөҫ тәрбиәләгән, тигән фекергә киләм. Әгәр мине башҡаларҙан айырып, йәлләп, һуҡмайым әле быға, тип сыбыҡ осо ла тейҙермәһәләр, ниндәй булып үҫер инем икән? Моғайын, “сирлемен” тип буйы менән мыжып, әллә нимәләр таптырып, талап итеп, яҡындарымды хәлдән тайҙырып бөткән булыр инем, Аллам һаҡлаһын! Бына шулай Рәсимгә яҡындары, туғандары, ауылдаштары яңғыҙлыҡ хисен тойҙормай, гел араларында йөрөтөп, күңелен үҫтереп, ысын ир-егет итеп үҫтерә. “Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым” Йәше еткәс, Рәсим шулай ҙа мәктәпкә йөрөп уҡый алмай. Уға уҡытыусылар өйөнә килеп белем бирә. Мәктәпкә яҡын ғына йәшәүҙәре бик уңайлы була. “Уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт! Улар белем дә бирҙе, төрлө үҫеш юлдарын да өйрәтте. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәненә, кеше араһында йөрөүҙең, аралашыуҙың ни ҡәҙәр мөһимлегенә нығыраҡ төшөндөрҙөләр. Һаулыҡ мөмкинлектәремә, үҙемдең зауығыма ҡарап, нимәләр менән шөғөлләнергә булыуын өйрәттеләр, өҙлөкһөҙ үҫешкә ынтылыш бирҙеләр”, – ти Рәсим. Бер ваҡиғаны йылмайып хәтергә ала ул. “Бала саҡта баш бирмәҫкә тырышҡан ҡыҙыу мәлдәрем дә булып тора ине. Үҙемдән бер нисә йәшкә генә өлкән ике туған ағайым, коляскала йөрөү уңайһыҙ бит, әйҙә, баҫып ҡара әле, тип ағастан таяҡтар эшләп алып килә, ә мин уларҙы, енләнеп китеп, ситкә быраҡтыра торғайным. Ә ағайым тағы килтерә, тағы... Әсәйем, өләсәйем миңә тыныс ҡына аңлатып, таяҡ кәрәклегенә яйлап төшөндөрҙө. “Бына һикәлтәнән дә үҙең тыҡылдата баҫып менеп китерһең”, тип дәртләндереп ебәргәндәре әле лә иҫтә”. Үҙен яман ғәҙәттән аралап алып ҡалыуҙарын да көлөп хәтергә ала Рәсим. – Үҫмерлек – текә саҡ бит инде. Бер мәл яҡындағы урманға сығып, йәшеренеп кенә тәмәке тартып ҡарарға булдым. Шырпыны һыҙып, төтөндө аҙыраҡ һурып маташырға ла өлгөрмәнем, ике туған ағайым килеп сыҡты. Ҡулымдағын һыпыра тартып алды ла, “Шәп һөнәргә өйрәнәм тип ултыраһыңмы?! Ауыҙыңды өтәм хәҙер!” – тип ярһып, ҡыҙған төпсөктө битемә еткереп алып килә. Таяғыма таяндым да ауылға ҡарай саптым. Шунан бирле тәмәкегә яҡын да юламаным, – тип хәтер төйөнөн систе Рәсим. – Ысынлап та, башҡаларҙан айырып ҡарап тормай, кәрәк сағында ҡурҡытып, янап та тәрбиәләнеләр мине. Рәхмәтлемен барыһына ла. Әле бына төрлө ерҙәргә барғанда үҙем һымаҡ атлай алмағандарҙың туҡтауһыҙ зарланыуҙарын, тормошто һүгеүҙәрен ишетеп, хатта ҡайһы берҙәренең эскегә һалышҡандарын, тәмәкеһеҙ тора алмағандарын күреп, уларға асыуланып та, йөрәгем дә әрнеп ҡайтам. Донъяның ни ҡәҙәр матур икәнен дә күрмәйҙәр, юҡ, күрергә ынтылмайҙар ҙа бит! Әсәйемә, атайыма, яҡындарыма, туғандарыма ауырлыҡ тыуҙырам даһа, тип уйламайҙар ҙа шикелле. Мин, Аллаға шөкөр, эскелек, тәмәке тартыу һымаҡ яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ торам, уларға ныҡ ҡаршымын. “Ғүмер биргәнһең, бына инде 36 йәшкә лә еттем, матур тормошта ғүмер кисерәм. Аяҡтарым эшләмәһә лә, гел хәрәкәттәмен, яҡындарымдың янындамын – барыһына ла мең шөкөр”, – тип Аллаһ Тәғәләгә гел рәхмәт уҡып, һәммәбеҙгә лә һаулыҡ һорап йәшәйем. Тик ултырырға яратмаған Рәсим яңы быуат башында компьютерҙар менән мауыға башлай. Төрлө программаларҙы өйрәнә, махсус китаптар ҙа уҡый. 2010 йылда иһә үҙенең тәүге компьютерын һатып ала. Заман техникаһы үҙенсәлектәрен мөкиббән китеп өйрәнә ул. Һөҙөмтәлә хатта компьютерлаштырыу эше буйынса туған мәктәбенә, мәҙәниәт йортона ла ярҙам итә башлай. Айырым кешеләргә лә ихлас булышлыҡ ҡыла. Заман технологияһының йылдан-йыл үҫешә, камиллаша барыуына бәйле, Рәсим дә белемен туҡтауһыҙ арттыра, сәмләнеп өйрәнә. Үҙенән ярҙам һорағандарҙың үтенесен һис ҡасан кире ҡаҡмай. Шул уҡ ваҡытта аҡса ла алмай. “Үтә ныҡышып түләгәндәр бар, әлбиттә. Әммә мин кешеләргә ярҙам күрһәтә алыуымдан ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек кисерәм. Аҡсам былай ҙа күп бит – беренсе төркөм инвалидына ҡутарғанса түләйҙәр”, – тип шарҡылдап көлөп, ихлас һөйләй Рәсим. Торлаҡ сертификаты йүнләп, былтыр Өфөнән фатир ҙа алған ул. “Документтар туплауҙа үҙебеҙҙең Бөрйән районы ойошмалары, Байғаҙы ауылы хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте. Баш ҡалала торлаҡ табыу, уға бәйле ҡағыҙ эштәрендә ике туған ағайым булышлыҡ ҡылды. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Рәсим. – Шул эш мәлендә әсәйем менән ике тапҡыр Өфөгә барырға тура килде. Эй яҡшы шарттар, дауахана эргәлә генә, ҡышҡыһын ошонда йәшәрмен, бәйле өйләнеп тә ҡуйырмын әле, тип дәртләнеп ҡайтҡайным тәүгеһендә. Әммә икенсе ҡабат барғас, был тойғоларым һүрелде лә ҡуйҙы. Таш ҡалала эҫелә әлһерәп, бер ҡултамға өсөн көнө буйы унда-бында йөрөп, хәл бөттө. “Ҡасан ғына ауылыма ҡайтам инде? Үләнгә һуҙылыр ҙа ятыр инем”, – тим. Шунан башҡа Өфөгә барманым, тыным ҡыҫыла унда. Ә фатирымда әле кешеләр түләп йәшәй”. – Улым ҡалаға йәшәргә күсһә, ни эшләр, үҙем нисек түҙермен икән, тип эй йөрәгем һыҙлағайны. Ярай әле яныбыҙҙа ҡалды, – ти Рәсимдең әсәһе Зәкиә Әхмәтзада ҡыҙы. – Улыма шул ҡәҙәр өйрәнгәнмен, ул саҡ ҡына өйҙә булмаһа, һағына башлайым. Миңә лә, атаһына ла, ике ҡустыһына ла, уларҙың балаларына ла ныҡлы терәк-таяныс ул Рәсим. Йортобоҙҙоң ҡояшы кеүек. Уның күңел көрлөгөнән, гел йылмайып-көлөп тороуынан, һәр хәлде сабырлыҡ менән үткәреүенән, киләсәккә ышаныс менән ҡарауынан өлгө алып, аҡыллы кәңәштәрен тотоп йәшәйбеҙ. Һыҙланған саҡтарында ла уфтанмай, “ыһ” та итмәй бит ул, түҙем генә үткәреп ебәрә. Ғорурланам улым менән, Аллаһ Тәғәлә бәхет бирһен инде балама! ...Бына тағы ла кемгәлер ярҙамға ашығып, ауыл буйлап сығып китте Рәсим. Осраған һәр кем менән ихлас һөйләшеп, кәйефтәрен күтәреп, тирә-йүнгә нур өләшеп, гелән алға ынтыла ул. Юлыңда гел шулай яҡшы кешеләр осраһын, Аллаһ Тәғәлә һаҡлаһын үҙеңде, Рәсим! Автор фотоһы. Бөрйән районы.