Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эште нимәнән башларға белмәһәгеҙ...

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Өфө районы бизнес-шәрифе Яна Чернышенко белдереүенсә, Денис Рәшитов - Зубов ауылынан дипломлы геофизик. Атаһы уға бала саҡтан ағас эшен һәм металдан изделиелар яһау серҙәрен өйрәткән. Былтыр Денис үҙенең бизнесын - мебель эшләү буйынса оҫтахана асырға ҡарар итә. Былтыр йәй, кредит ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса агентлыҡ программаһына ярашлы, уға эшҡыуарлыҡ ойоштороуға 350 000 һум субсидия бүленгән. Был аҡсаға һан менән программаланған идара итеү станогы һәм форматлы бесеү станогы һатып алған. Улар ҡорамал әҙерләү ваҡытын ҡыҫҡартырға, уникаль изделиелар етештерә башларға һәм ассортиментты киңәйтергә мөмкинлек биргән. Бөгөн производствола карауаттар, өҫтәлдәр, ултырғыстар һәм үҙенсәлекле интерьер предметтары етештерелә, шул иҫәптән шәхси заказдар буйынса. Быйыл эшҡыуар өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам муниципаль программаһы сиктәрендә конкурста ҡатнашырға ниәтләй. Был продукцияның төрлөлөгөн киңәйтергә һәм өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Өфө районында тормошҡа ашырырға теләйһегеҙ, ләкин нимәнән башларға белмәйһегеҙ икән, 8(917) 749-96-70 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ йәки Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша һылтанма буйынса ғариза бирегеҙ: https://investrb.ru/ru/ Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.