"Айыҡ ауыл-2023/24" республика конкурсының һөҙөмтәләренә килгәндә, быйыл түбәндәге райондар һәм ауылдар проекттың еңеүселәре булды: "Эре тораҡ пункттар" номинацияһында: I урын – Бөрйән районы, Байназар ауылы;II урын – Иглин районы, Ҡалтыман ауылы;III урын – Учалы районы, Сәфәр ауылы. «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Йәрмәкәй районы, Әбделкәрим ауылы;II урын – Салауат районы, Әлкә ауылы;III урын – Яңауыл районы, Байғужа ауылы. «Урта тораҡ пункттар»номинацияһында: I урын – Хәйбулла районы, Оло Әбеш ауылы;II урын – Ауырғазы районы, Степановка ауылы;III урын – Тәтешле районы, Сорғолды ауылы. «Бәләкәй тораҡ пункттар»номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Төлгөҙбаш ауылы;II урын – Саҡмағош районы, Иҫке Ихсан ауылы;III урын – Стәрлебаш районы, Түбәнге Аллағыуат ауылы.2020 йылда республика Башлығы бойороғо менән республика конкурсының приз фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылғайны. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһындағы еңеүсегә бирелә. Ҡалған номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата приз ала, бүләк суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла. Шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, Башҡортостан Хөкүмәтенең еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы, быйылдан башлап конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың приз фонды 2024 йылдан алып 8,4 миллион һумға артты һәм 50 миллион һум самаһы тәшкил итә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.