“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Сосновый Бор ауылында яңы фельдшер – акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер халыҡ йөшәгән ерендә квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ. Яңы медицина пункты тейешле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда ике кабинет, ҡабул итеү бүлмәһе, гардероб бар. Сосновый Бор халҡы медицина учреждениеһы асылыуын көтөп алды. 203 кешене тәжрибәле фельдшер Эльза Әхмәтханова хеҙмәтләндерә. Уның хеҙмәт стажы – 30 йыл. – Пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар яҡшырҙы. Кешеләр ҙә хәҙер диспансерлаштырыуға ҙур теләк менән килә, – ти фельдшер. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.