Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Студенттар өсөн бизнес дәрестәр үткәрелде

Донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында Башҡорт дәүләт медицина университетының инновация эшмәкәрлеге идаралығы студенттар өсөн “Сбер менән бизнес дәрес” үткәрҙе. Сығыш яһаусылар - вузды тамамлаусы ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар – үҙҙәренең уңыш тарихтары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Карина Гагина, “Беренсе стоматология клубы”на һәм Hakuna экзотик сәйәхәттәр агентлығына нигеҙ һалыусы, хирург-стоматолог һәм имплантолог булып эшләй. Ул “Уңыш формулаһы: эшкә һөйөү һәм үҙеңә ышаныу” темаһына дәрес үткәрҙе. Zefir матурлыҡ биләмәһенә нигеҙ һалыусы табип-косметолог һәм инъекция методтары буйынса тренер Регина Ғәлимйәнова һәр эш һөйөү менән башҡарылһа, аҡса килтереүенә инанған. ВиЦыАн ортопедик изделиелар етештереү компанияһын булдырыуҙа бергәләшкән Яна Цыганкова - ”Өфөнөң иң яҡшы эшҡыуары-2020” конкурсы еңеүсеһе. Ул шулай Нуғайҙағы спорт-белем биреү паркы инвесторы. Яна “Ғаилә бизнесы – ул һөйөүҙән, ышаныуҙан һәм дөйөм маҡсаттан туҡылған тауар” дәресендә ғаилә бизнесының үҙенсәлектәре һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Осрашыу фекер алышыу менән тамамланды, студенттар спикерҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. “Сбер менән бизнес дәрестәре” программаһында: 10 аҙналыҡ түләүһеҙ онлайн-курста (майҙа башлана) ҡатнашыусыларға бизнес-план төҙөргә өйрәтәләр, үҙ продуктын матурларға, реклама төҙөргә, буласаҡ проектының эшен оптималләштерегә өйорәтәләр. Тәжрибәле эшҡыуарҙар, эксперттар һәм наставниктар бизнесты нимәнән башларға кәрәклеген өйрәтә. Үҙ бизнесыңды уҡыған саҡта уҡ башларға мөмкин. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусы бер айға эшҡыуарҙарҙың эксклюзив эштәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23733/