Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Артур Ғәлиев һәм уның кәләше Виолеттаны ҡотланы

Радий Хәбиров Өфөнән махсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев һәм уның кәләше Виолеттаны туй көндәре менән ҡотланы. Республика Башлығы йәштәр менән Аксаков баҡсаһында осрашты, гөлләмә бүләк итте һәм изге теләктәрен еткерҙе. «Артур Ғәлиев үҙ миҫалында, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормоштан йәм табып йәшәү мөмкин булыуын күрһәтә. Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланһа ла, ул тыуған республикабыҙға хеҙмәт итә. Йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, егеттәребеҙгә әүҙем ярҙамлаша», – тип яҙҙы уның хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры һөйгән ҡыҙына тәҡдимде 2023 йылдың декабрендә үҙе уйнаған «Уралец» хоккей командаһының матчы ваҡытында яһағайны. Йәш ғаиләне беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Тыныс тормошта матур йәшәһендәр.