Бөгөн, 27 апрелдә, Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Ватан көсө” III республика форумы үтте. Ул төбәгебеҙҙә уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналды. Белеүебеҙсә, был йәмәғәт проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы старт алғайны. Төштән һуң республика форумының пленар өлөшө уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтар, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. – Бөгөн был залға бик күп лайыҡлы кешеләр йыйылған, әммә кемдең ниндәй вазифала эшләүе, ниндәй наградаға эйә булыуы мөһим түгел, һеҙҙең үҙенең кесе Ватанын – Башҡортостанын яратҡан яҡташтар булыуығыҙ мөһим. “Атайсал” проектына ярашлы үткәрелгән форум йыл һайын үҙ өлгөһөндә атайсалын, республикабыҙҙы, Рәсәйҙе данлаған кешеләрҙе бергә туплай. Был башланғыс ысын мәғәнәһендә үҙеңдең тыуған төйәгеңә ярҙам итеү хәрәкәтенә әйләнде. Ватанға, тыуған төйәккә һөйөү беҙҙең күңел түрендә һәр саҡ йәшәй. Һеҙ шул һөйөүҙе һүҙҙә түгел, эш менән раҫлайһығыҙ. “Атайсал” мәрхәмәтлекте, берҙәм көстө тап бөгөн кәрәкле эштәргә йүнәлтә. Кемдер шишмәне төҙөкләндерә, икенселәр мәсет төҙөй, өсөнсөләр яугирҙәргә маскировкалау селтәрҙәре үрә. Һәм һәр изге эш уны башҡарыусыға шатлыҡ бүләк итә. Бөгөн беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ, һәм был бөгөн, тормош беҙҙе ныҡлыҡҡа һынағанда, айырыуса мөһим, – тине Радий Хәбиров сығышында. Ул шулай уҡ республиканан ситтә йәшәп, тыуған төйәгенә ярҙам иткән яҡташтарға мөрәжәғәт итеп, “һеҙҙе бөгөндән “Атайсал” проектының рәсми амбассадорҙары тип иғлан итәбеҙ”, тине. Уларға Башҡортостандан сыҡҡан, тамырҙары ошо ергә бәйле кешеләргә проект тураһында һөйләргә, уны тағы ла киңерәк танытырға кәңәш итте. Әйткәндәй, Радий Фәрит улының үҙенең дә тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр башҡарыуын беләбеҙ. Бөгөн ул “Патриот” паркында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә шәхси иҫәбенә мәсет төҙөтөргә теләүе хаҡында белдерҙе. Пленар ултырышта сығыш яһаусылар үҙҙәре башҡарған изге эштәр, проекттар тураһында һөйләне. “Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тыуған яҡ һәр саҡ иҫтә. Минең өсөн кесе Ватан ул – Башҡортостан да, ауылым да, атай йорто ла. Ул – бик ғәзиз төшөнсә. Радий Фәрит улы, һеҙ беҙҙе уяттығыҙ, сәмләндерҙегеҙ, хәҙер инде артабан да дауам итмәй хәл юҡ”, – тине шаяртыу ҡатыш “Зенит-Ҡазан” волейбол командаһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре Рәфҡәт Кантюков. Әйткәндәй, ул – Стәрлетамаҡ районындағы тыуған ауылында данлыҡлы “Суфия” мәсетен һалдырған шәхес. Бына ошондай оло йөрәкле, рухлы, изге күңелле яҡташтарыбыҙҙы бергә тупланы “Ватан көсө” III республика форумы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Радий Хәбиров яугирҙәр иҫтәлегенә мәсет асырға теләүен белдерҙе
27 апреля 202427 апр 2024
2 мин