Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" - ти Гөлназ

Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова дүртенсе йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазфаһын башҡара. Ул - сығышы менән Баймаҡ районының Сосновка ауылынан. Әлеге көндә төньяҡ баш ҡалала йәшәй һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн ул Өфөлә үткән III Республика "Ватан көсө" форумында ҡатнашты. Гөлназ Хәләф ҡыҙы “Атайсал. Ватан көсө” асыҡ дискуссия майҙансығының эшендә ҡатнашып, Санкт-Петербургта йәшәгән милләттәштәребеҙ менән берлектә башҡарған изге эштәре тураһында һөйләне. Ул беҙҙең менән аралашырға ла ваҡыт тапты. – “Атайсал” форумында тәүге тапҡыр ҡатнашам. Саҡырыу алғас, ҙур теләк менән килдем. Бик матур, мөһим проект. Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә үҙ ере, тыуған төйәге өсөн борсола, ауылдаштарына, яҡташтарына аҙ ғына ярҙам итә алһа ла ҙур ҡыуаныс, күңел ҡәнәғәтлеге кисерә. Дүрт йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләйем. Бергәләп төрлө саралар ойошторабыҙ, сит төбәктә милли ас

Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова дүртенсе йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазфаһын башҡара. Ул - сығышы менән Баймаҡ районының Сосновка ауылынан. Әлеге көндә төньяҡ баш ҡалала йәшәй һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн ул Өфөлә үткән III Республика "Ватан көсө" форумында ҡатнашты. Гөлназ Хәләф ҡыҙы “Атайсал. Ватан көсө” асыҡ дискуссия майҙансығының эшендә ҡатнашып, Санкт-Петербургта йәшәгән милләттәштәребеҙ менән берлектә башҡарған изге эштәре тураһында һөйләне. Ул беҙҙең менән аралашырға ла ваҡыт тапты. – “Атайсал” форумында тәүге тапҡыр ҡатнашам. Саҡырыу алғас, ҙур теләк менән килдем. Бик матур, мөһим проект. Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә үҙ ере, тыуған төйәге өсөн борсола, ауылдаштарына, яҡташтарына аҙ ғына ярҙам итә алһа ла ҙур ҡыуаныс, күңел ҡәнәғәтлеге кисерә. Дүрт йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләйем. Бергәләп төрлө саралар ойошторабыҙ, сит төбәктә милли асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡларға тырышабыҙ. Ике йыл инде Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙә дауаланған яҡташ махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итәбеҙ. Тәүҙә был эште бер үҙем башлап ебәргәйнем, артабан милләттәштәремдән торған ҙур ғына команда тупланды. Әлеге көндә беҙҙәге госпиталдәрҙә Башҡортостандан 27 яугир дауалана, уларҙы бүлешеп алып, яндарына йөрөйбөҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр барырға тырышабыҙ, кейем, кәрәк-яраҡ, өй шарттарында бешерелгән ризыҡтар алып барабыҙ. Күптәренә госпиталдән сыҡҡанда кейем кәрәк була, йә бергәләп һатып алабыҙ, йәки тегәбеҙ. Икенсе госпиталгә күсерһәләр, ата-әсәләре килһә лә, беҙгә мөрәжәғәт итәләр. 9 Май – Еңеү көнө алдынан концерт ҡуйырға ниәтләнек. Бына шулай, тыуып үҫкән төйәгебеҙҙән ситтә йәшәһәк тә, берҙәм булырға, башҡорт рухына тап төшөрмәҫкә, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаҫҡа тырышабыҙ, - тип һөйләне Гөлназ Ибраһимова. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.