Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сағыу яҡтылыҡ күҙҙәрҙе ауырттырһа...

Үҙегеҙҙәге үҙгәрештәргә иғтибарлы булығыҙ. Күҙ ҡабаҡтарының шешенеп тороуы бөйөр эшмәкәрлегендә проблемалар булыуы хаҡында хәбәр итә, айырыуса дөйөм хәлһеҙлек һәм тиренең һалҡын, ағарған булыуы күҙәтелһә. Сағыу яҡтылыҡ күҙҙәрҙе ауырттырһа, бының алкоголь һәм тәмәке менән мауығыу сәбәбе булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта үҫемлектәр сәскә атыуына аллергия булғанда ошо хәл күҙәтелә. Кешегә А витамины етешмәгәндә лә яҡтылыҡтан күҙҙәрҙең ауыртыуы мөмкин. Был осраҡта сыр, кишер һәм помидор ашағыҙ, тип кәңәш итә табиптар. Күҙ ағының ҡыҙарыуын күрһәгеҙ, ҡан баҫымын үлсәгеҙ, уның күтәрелгән булыуы ихтимал. Күҙ ағының һарғайыуы бауырҙа билирубиндың күп булыуы, шулай уҡ уның ферменттар функцияларының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Күҙ аҫтындағы ҡара дүңгәләктәр йоҡо туймау һәм организмдың ҡаҡшауы тураһында хәбәр итә. Табиптар шулай уҡ йөрәкте тикшертергә ҡуша, ҡайһы саҡта күҙ аҫты ҡарайып тороуы йөрәк патологияһы билдәһе булыуы мөмкин. Ирендәрҙең ярылыуы ла юҡҡа түгел. Ауыҙ ситтәрендә һәм ирендәрҙә сатнаған урындар барлыҡҡа килһә, мускулдар хәлһеҙлеген тойһағыҙ, сәстәрегеҙ ҡойолһа, иғтибарҙы туплай алмаһағыҙ, организмда В12 витамины етешмәй тигән һүҙ. Рибофлавин балансын тергеҙеү өсөн йомортҡа, һөт аҙыҡтары, сәтләүектәр, помидор, персик, груша, соя һәм төҫлө кәбеҫтә ашағыҙ. Ауыҙ ҡороуын тойғанығыҙ бармы? Был, ғәҙәттә, стрестарға һәм борсолоуҙарға реакция тигән һүҙ. Әгәр ҙә был хәл оҙаҡ дауам итһә, һеҙҙең организм В3 (никотин кислотаһы) витаминына мохтажлыҡ кисерә. Ул ҡош-ҡорт итендә, сәтләүектәрҙә, һыйыр итендә, шыттырылған бойҙайҙа бар. Шуны ла иҫәпкә алығыҙ, ауыҙҙың ҡороуы һеләгәй биҙҙәренең шешеүе йәки шәкәр диабетының башланыуы менән дә бәйле булыуы мөмкин. Тән тиреһенең ҡороуы йыш ҡына А һәм В2 витаминдарының етешмәүе менән бәйле. Менюға иғтибар итегеҙ. Яҡшы туҡланыу һеҙгә сәләмәтлегегеҙҙе һәм матурлығығыҙҙы ҡайтарырға ярҙам итер. Әгәр ҙә тиренең ҡороуы көслө ҡысытыу менән барһа, дерматологка мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки бәшмәксә сирҙәрен йоҡтороу хәүефе бар. Лимфа төйөндәренең ҙурайыуы организмда ялҡынһыныу процестарының барыуы тураһында һөйләй. Бының ғәҙәттәге һалҡын тейҙереү менән дә, шулай уҡ етди сир менән дә бәйле булыуы ихтимал. Бәүелдең асыҡ төҫө ҡуйырыуы ла организмдағы үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә. Сәбәптәрҙең береһе – шыйыҡлыҡты кәрәгенсә эсмәү. Әгәр температура күтәрелһә, хәлһеҙлек тойһағыҙ, бәүел-енес системаһы сирҙәренә юлыҡҡан булыуығыҙ бар. Был саҡта дөрөҫ диагнозды бары уролог ҡына ҡуя ала. Ныҡ тирләү йонсотҡанда ҡалҡан биҙен тикшертегеҙ. Әгәр төндә ныҡ тирләйһегеҙ икән, уның нервы ҡаҡшауы тураһында хәбәр итеүе мөмкин. Ҡайһы саҡта йәрәхәттәр бик яй төҙәлә. Организмға цинк етешмәүе менән бәйле булыуы ихтимал. Был саҡта менюға диңгеҙ аҙыҡтары, ҡуҙаҡлылар индерергә кәрәк. Беҙҙең тән тиреһе, көҙгө кеүек, эске ағзаларҙың торошон сағылдыра. Был иҫкәртеүҙәр һеҙҙең иғтибарығыҙҙы сәләмәтлекте һаҡлауға көсәйтеү өсөн генә. Организмда үҙгәрештәр тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә ҡыйынһынмағыҙ, хәҙер диагностикалау һәм дауалауҙың үҙенсәлекле ысулдары һәм технологиялары етерлек. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.