4 Ислам дине һәр бер хаҡы булғандың хаҡы үтәлергә тейешлеген билдәләй. Иң тәүге өлөштә, Аллаһу Тәғәләнең хаҡы – тик Уға бер Үҙенә генә берәүҙе лә тиңдәш итеп алмайынса, буйһоноп, ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙ. Ғибәҙәт – ул Аллаһу Тәғәлә ҡәнәғәт булған барлыҡ эштәр. Ғибәҙәт – ул Аллаһ яратҡан, Уны ҡәнәғәт иткән асыҡ һәм йәшерен һүҙ һәм ғәмәлдәрҙең һәр береһен үҙ эсенә алған дөйөм төшөнсә. Ғибәҙәт Аллаһтан башҡа берәүгә лә сарыф ителергә тейеш түгел. Ҡояш, ай, йондоҙ, ут, ағас, таш, һыйыр, һындар, боттар, ҡәберҙәр, әүлиә, пәйғәмбәрҙәр – уларға ғибәҙәттең (сәждә, рөкүғ, ололау, яратыу, ҡурҡыу, нәҙер әйтеү, ҡорбан салыу, доғаны йүнәлтеү, ҡыйын хәлдә лә, еңел хәлдә лә ялбарыу, һәм башҡа ғибәҙәт төрҙәре) бер төрөн булһа ла йүнәлтеү, Аллаһтың хаҡын боҙоуҙы аңлата. Аллаһ әйтә: قُلْ إِنَّ صَلَاتِي وَنُسُكِي وَمَحْيَايَ وَمَمَاتِي لِلَّـهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ ﴿١٦٢﴾ لَا شَرِيكَ لَهُ ۖ وَبِذَٰلِكَ أُمِرْتُ وَأَنَا أَوَّلُ الْمُسْلِمِينَ ﴿١٦٣﴾ 162. Әйт: “Уҡыған намаҙҙарым, боғаҙлаған ҡорбандарым, йәшәй
Ислам дине һәр бер хаҡы булғандың хаҡы үтәлергә тейешлеген билдәләй
29 апреля 202429 апр 2024
1 мин