5
Ислам дине ата-әсәйҙең хаҡын үтәргә, йәғни уларға гонаһы булмаған ғәмәлдә итәғәт итергә, изгелеклек һәм рәхимлек күрһәтергә йөкмәтте.
Аллаһ әйтә: وَقَضَى رَبُّكَ أَلَّا تَعْبُدُوا إِلَّا إِيَّاهُ وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا إِمَّا يَبْلُغَنَّ عِندَكَ الْكِبَرَ أَحَدُهُمَا أَوْ كِلَاهُمَا فَلَا تَقُل لَّهُمَا أُفٍّ وَلَا تَنْهَرْهُمَا وَقُل لَّهُمَا قَوْلًا كَرِيمًا وَاخْفِضْ لَهُمَا جَنَاحَ الذُّلِّ مِنَ الرَّحْمَةِ وَقُل رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا (23) Аллаһ фәҡат Уға ғына буйһоноп ғибәҙәт ҡылырға һәм ата-әсәйгә изгелекле булырға бойорҙо. Әгәр ҙә һин иҫән саҡта ата-әсәйеңдең береһе йәки икеһе лә ҡартайһа, һин уларға уф тип тә өндәшмә, тауыш күтәрмә, һәм уларға гел мөләйем итеп йомшаҡ һүҙҙәр генә һөйлә. (24) Миһырбан һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә: — Раббым, сабый сағымдан алып, улар мине нисек мәрхәмәт менән яратып үҫтергән, Һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул, — тип доға ҡыл". Мүтәржим Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди. https://t.me/dinsagadat