Башҡортостан Республикаһы буйынса “Росгвардия” идаралығы хеҙмәткәре, полиция капитаны Айҙар Шәйәхмәтов һыуҙа батып барыусы ике баланы ҡотҡарғаны өсөн Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан булдырылған “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды, тип яҙа “Светлый путь”. Ҡыйыу хеҙмәткәргә награданы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов тапшырҙы. 2023 йылдың июлендә Айҙар Шәйәхмәтов үҙе йәшәгән Бишбүләк районының Айыт ауылы ихатаһында булғанда, улы йүгереп килеп, Димдә балаларҙың һыуға батыуын хәбәр итә. Айҙар Нуриәхмәт улы шунда уҡ ярҙамға ташлана. Йылғаға килеп етеү менән һыуҙа батмаҫҡа тырышып тыпырсынған ҡыҙ һәм малайҙы күрә. Ир хәлде тиҙ генә баһалап, тәүҙә ҡыҙ баланы ярға сығара, аҙаҡ икенсеһенә ярҙамға ташлана. Бер нисә тапҡыр сумып, һыуға батҡан баланы табып, өҫкә сығара. Малай аңын юғалтҡан була. Медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, “Росгвардия” идаралығы хеҙмәткәре балаға тәүге медицина ярҙамын күрһәтә. Фото: https://svetput.ru/news/tvoi-lyudi-selo/2024-04-28/medalyu-za-doblest-nagrazhden-spasshiy-dvuh-detey-rosgvardeets-iz-bizhbulyakskogo-rayona-3747426