Башҡорт эстрадаһы йырсыһы, пародист Илсур Тайсин һуңғы ваҡытта сәхнәлә сығыш яһамай. Мәғлүм булыуынса, ул вахта менән йөрөп, ситтә эшләй. Беҙ уның менән бәйләнешкә инеп, уның әлеге ваҡытта Мысырҙа (Египетта) эшләүен белдек. – 2020 йылда илдә ковид башланғас, бөтә нәмәләр ябылғас, Себергә – Уренгойға сығып киттем. Ә һуңғы ике йылда сит илдә эшләйем. Бер йыл - Төркиәлә, әле Мысырҙа атом электростанцияһы төҙөйбөҙ. Әлбиттә, ғаиләнән ситтә булғас, ҡыйын. Рәсәйҙе, Башҡортостанды, тамашасы алдында сығыштарҙы һағынам. Шуға ла, майҙа ялға ҡайтһам, йәй республикабыҙҙың райондары буйлап тамада булып йөрөп, халыҡ менән аралашып алайым әле, тип уйлайым. Әлбиттә, саҡырһалар инде. Саҡырмаған ергә бармайым да, йөрөмәйем дә. Бәлки, концерттар ҙа ойошторормон, – тип һөйләне Илсур Тайсин. Фото: Ильсур Тайсин