Найти тему

Ҡайһы Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәрҙең атаһы тип әйтәләр?

Ҡайһы Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәрҙең атаһы тип әйтәләр?

Яуап:Ибраһим ғәләйһис-сәләм

Быға дәлил

Аллаһ әйтә وَوَهَبنا لَهُ إِسحاقَ وَيَعقوبَ وَجَعَلنا في ذُرِّيَّتِهِ النُّبُوَّةَ وَالكِتابَ وَآتَيناهُ أَجرَهُ فِي الدُّنيا وَإِنَّهُ فِي الآخِرَةِ لَمِنَ الصّالِحينَ "Беҙ Ибраһимға Исхаҡты һәм Исмәғилде бүләк Иттек. Уның нәҫеленә Пәйғәмбәрлек һәм Китап Бирҙек. Ибраһимға донъяла әжерен Бирҙек, һәм ул Әхирәттә оло дәрәжәле изгеләрҙән булыр". (Әл-Ғәнкәбүт сүрәһе, 27-се аят).

Аллаһ әйтә وَتِلكَ حُجَّتُنا آتَيناها إِبراهيمَ عَلى قَومِهِ نَرفَعُ دَرَجاتٍ مَن نَشاءُ إِنَّ رَبَّكَ حَكيمٌ عَليم ٌ۝ وَوَهَبنا لَهُ إِسحاقَ وَيَعقوبَ كُلًّا هَدَينا وَنوحًا هَدَينا مِن قَبلُ وَمِن ذُرِّيَّتِهِ داوودَ وَسُلَيمانَ وَأَيّوبَ وَيوسُفَ وَموسى وَهارونَ وَكَذلِكَ نَجزِي المُحسِنين َ۝ وَزَكَرِيّا وَيَحيى وَعيسى وَإِلياسَ كُلٌّ مِنَ الصّالِحين َ۝ وَإِسماعيلَ وَاليَسَعَ وَيونُسَ وَلوطًا وَكُلًّا فَضَّلنا عَلَى العالَمين َ۝ وَمِن آبائِهِم وَذُرِّيّاتِهِم وَإِخوانِهِم وَاجتَبَيناهُم وَهَدَيناهُم إِلى صِراطٍ مُستَقيمٍ "83. Ошо инде Ибраһимға үҙ халҡына ҡаршы бирелгән дәлилдәр. Теләгән кешене Беҙ оло дәрәжәгә Күтәрербеҙ. Ысынлыҡта, Аллаһ Ул Хәким (Хикмәт Эйәһе) һәм Ғәлим (Бар нәмәне Белеүсе). 84. Һәм Ибраһимға Исхаҡты һәм Йәғҡубты Бирҙек. Барыһын тура юлға Күндерҙек. Уларҙан Нухты ла тура юлға Күндерҙек. Һәм Ибраһим нәҫеленән Дауд, Сөләймән, Әййүб, Йүсүф, Муса һәм Һарун - барыһын да тура юлға Күндерҙек. Шулай Беҙ ихсанлыларға яҡшылыҡ Бирәбеҙ. 85. Һәм Зәкәриә, Йәхйә, Ғийса, һәм Ильяс. Барыһы ла изгеләрҙән ине". (Әл-Әнғәм сүрәһе, 83-85-се аяттар).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa