Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кем ул быйылғы алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы?

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында "Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы" гүзәллек бәйгеһе үтте. Был бәйге бик уникаль һанала, сөнки ул тик Сибайҙа ғына 2005 йылдан башлап уҙғарыла. Проекттың авторы булып Башҡортстан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы, сәсәниә Асия Ғәйнуллина тора. Конкурста бөтәһе 18 ҡыҙ ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һайлап алыу турынан финалға иң һылыу, иң оҫта, иң һәләтле туғыҙ ҡыҙ үтте. Конкурсанттар бер ай дауамында Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә һөнәр үҙләштерҙе. Ҡумыҙ серҙәренә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова төшөндөрҙө. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова вокал буйынса дәрестәр бирҙе. Халыҡ бейеүен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина өйрәтһә, конкурсанттарға заманса коллектив бейеүҙе Аэлита Маннапова һалды. Актерлыҡ оҫталығын Юлиә Мөхәмәтйәнова уҡытты. Дефиле буйынса ҡыҙҙар менән Айзилә Солтанова шөғөлләнде. Ҡул эштәрен конкурстанттар «Ете ҡыҙ» студияһы етәксеһе Минзилә Ғәйнуллина менән берлектә башҡарҙы. Ғөмүмән, «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы» бәйгеһенең кураторы, ҡыҙҙар менән эшләүҙе оҫта ойоштороусы Минзилә Ғәйнуллина ҙур эш атҡарып сыҡты. Шулай итеп етди әҙерлек үткәс, сибәркәйҙәр Балалар ижады үҙәгенең сәхнәһендә баһалама ағзаларына һәләттәрен күрһәтте. Конкурс шарттары буйынса ҡыҙҙар ҡул эштәре, аш-һыу оҫталығын, сәхнәлә мосолман, киске күлдәктә, милли кейемдә дефиле, ҡумыҙҙа сиртеү оҫталығын, вокаль, заманса һәм халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡара белеүен һәм баһалама ағзаларының һорауҙарына тапҡыр яуап бирә алыу һәләтен күрһәтергә тейеш ине. Ҡыҙҙар бөтә һынауҙарҙы ла яҡшы үтәп, үҙҙәрен бар яҡтан күрһәтә алды. Шулай итеп жюри ҡарары менән еңеүселәр билдәләнде. Гран-приға Миләүшә Солтангәрәева лайыҡ булды! Беренсе урынды Диана Рәхмәтуллина алды. Икенсе урынға Таңсулпан Йәһүҙина лайыҡ булһа, өсөнсөгә Айгүзәл Иҙрисова сыҡты. «Иң оҫта ҡыҙ» номинацияһы - Эльнара Дансыҡбаева «Сая ҡыҙ» номинацияһы - ИлзидәТаймасова «Йор һүҙле» номинацияһы - Азалия Йәғәфәрова «Өмөтлө ҡыҙ» номинацияһы - Әлфинә Фәхрисламова «Иң наҙлы ҡыҙ» номинацияһы Диана Мөкминоваға бирелде. Һылыуҡай тажын Миләүшә Солтангәрәеваға 2023 йылда “Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы” конкурсында еңеүсе Азалия Байғабулова кейҙерҙе. Әйткәндәй, баһалама ағзалары әйтеүенсә, еңеүселәрҙе билдәләү бик ауыр булған. Был сара ысын мәғәнәһендә рухлы, сая, дәртле һәм һәләтле башҡорт ҡыҙҙары бәйгеһе булараҡ, ҡыҙҙарҙың да, уны ойоштороусыларҙың да хәтерендә ҡаласаҡ. Фото: Руслан Көмөшҡолов. Сығанаҡ: "Сибай Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге" төркөмөнән.