Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдинов – Дәүләкән районының Соколовка ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы. Ул 2011 йылдан – ошо вазифала, дүрт тапҡыр һайланған. Биләмә хакимиәте үҙәге Соколовкала урынлашҡан. Дәүләкән ҡалаһынан өс километр алыҫлыҡта ятҡан хакимиәткә дүрт ауыл ҡарай һәм 617 кеше йәшәй. Шуныһы үҙенсәлекле: бында төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәй. Пай ерҙәрендә С.Б. Рихтерҙың коллектив фермер хужалығы ағзалары эшләй. Шулай уҡ “Аграр йолалар” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуар А.В. Петров – еләк үҫтереү, Т.Р. Ғәзиев – колбаса изделиелары, А.Т. Ғәзиев ярымфабрикаттар етештереү буйынса уңышлы эшләй. Урындағы халыҡ – шәхси эшҡыуарҙарҙа һәм Дәүләкән районындағы предприятие-ойошмаларға йөрөп эшләй. Шәхси хужалыҡ тотоусылар бар. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, магазин, район үҙәк мәҙәниәт йортоноң Соколовка ауылындағы филиалы уңышлы эшләй бында. 2016 йылдан алып йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында даими ҡатнашалар һәм еңеү яулайҙар. Был программа буйынса мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, административ бина, ике ауылда ике зыярат, йылы янғын һүндереүселәр боксы, ремонтланған, "МТЗ-82.1” тракторы һәм башҡалар һатып алынған. – Был эштәрҙең барыһында ла урындағы халыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар ярҙам итә. Уларға ҙур рәхмәт! Ауыл биләмәһендә депутаттар һәм старосталар яҡшы эшләй, - ти Әхтәм Камалетдин улы. Бынан тыш, өс километр оҙонлоғондағы һыу үткәргестәре ремонтланған, ике һыу башняһы ҡуйылған. Барлыҡ ауылдарҙа ла урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр атҡарылған. Бөтә ауылдарға ла асфальт йәки ваҡ таш түшәлгән. Уларҙың ҙурайыуына килгәндә, мәҫәлән, ике урамдан торған 92 участка барлыҡҡа килгән. Күп эштәр Дәүләкән районы хакимиәте, район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. 2020-се, 2022-се йылдарҙа “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә үҙ көсөн һынайҙар. 2022 йылда районда Дим башҡорттары араһында һабантуй ойошторолған, унда өс мең кеше ҡатнашҡан. Һыбай ярышыу, милли көрәш, бағана буйлап үрмәләү кеүек ярыштарҙан тыш, геройҙар уҙышы, йәйге ауылпиада, ә унын финал ярыштары 16 ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашлығында саңғы ярыштары үткәрелгән. Иң мөһиме –ү сарала үҙ көсөн һынаусыларҙың барыһына ла ауыл биләмәһе халҡынан йыйылған бүләктәр – яулыҡ, ҡулъяулыҡ, бижутерия һәм йомортҡалар тапшырылған. Бағыусылар, урындағы халыҡ тарафынан ойошторолған сара бөтәһенә лә оҡшаған. Район ярыштарында үткәс, республика этабына ла сыҡҡандар. Гармун байрамы, “Башҡорт йыры” бәйгеһе, төрлө спорт саралары даими үткәрелә. Әлбиттә, был эштәрҙең барыһында ла Әхтәм Камалетдинов һәм уның идара итеүселәре В.Г. Ғибәҙуллина (хәҙер хаҡлы ялда), хәҙер Р.А. Ҡаһарманова даими ярҙам итә. Әхтәм Камалетдин улы ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Рәминә исемле ейәнсәрҙәре бар. Кесе ҡыҙҙары мәктәпте татамлаясаҡ, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. ...Ниндәй генә заман булмаһын, һәр төбәккә уңғандар уңыш килтерә, алға этәрә. Дәүләкән районының Соколовка ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдинов – тап шундайҙарҙан. Уға етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙырға, уның өсөн тауыш бирергә, лайыҡтар ҡуйырға онотмаһағаҙ ине, ҡәҙерле дуҫтар. Фотолар: Ә.К. Шәрәфетдиновтың шәхси архивынан.