Өфөлә 30 мартта юғалған Павел Паличев һәм Дамир Адигамовты эҙләү дауам итә. Был турала “ЛизаАлерт” эҙләү отряды ирекмәндәре белдергән. Эхалот һәм моторлы кәмә кәрәк – ошондай ҡорамалдары булған Өфө халҡына 89870997092 (Елена), 89373204474 (Анастасия) шылтыратыуҙарын үтенәләр. Балаларҙы эҙләү майҙаны Благовещенға тиклем киңәйтелгән. Уларҙы эҙләү өсөн БР буйынса Эске эштәр министрлығының пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла, шулай уҡ яр буйынан бинокль һәм башҡа приборҙар ярҙамында туҡтауһыҙ күҙәтеү алып барыла. Яр буйына ағып килгән ағас ботаҡтары һәм башҡа нәмә аралары ентекләп тикшерелә. Уҡыусыларҙың ата-әсәһенә, шулай уҡ эҙләүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәргә психологик ярҙам күрһәтелә. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Фото: “ЛизаАлерт”.