Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе уянған. Был турала Фәнүр Шаһиев үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. Тәүге өс-дүрт көндә һыу кимәле күтәрелеп, шишмә яҡынса 25 көн аға, һуңынан 10-15 көн эсендә кәмей барып, киренән ер аҫтына инеп юғала, тип яҙа ул: "Шишмә уртаса 40 көн аға. Быйыл яҡынса май аҙаҡтарына тиклем". Май – июнь айҙарында ғына урғылған мөғжизәле инеште Ғәрәбстандағы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар. Изге һыуҙың төрлө ауырыуҙарға дауа булғанына ышанған халыҡ күпләп шишмәгә ағыла. Бының өсөн ябай аңлатма ла бар. Һыуҙағы химик матдәләр кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, ул минералдарға бай. Ундай уникаль шишмә башҡа ерҙә юҡ - һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Шифаһы лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған. Быйыл "Әүлиә" башҡа йылдарға ҡарағанда иртәрәк "уянған". Фәнүр Шаһиев шифалы шишмәгә килгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә иғтибар итергә, һыуҙы нисек алырға һәм башҡа мөһим файҙалы ҡағиҙәләр хаҡында үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. Изге шишмәгә юлланыр алдынан ҡарап сығығыҙ! Фото