Ауылының киләсәге өсөн ысын күңелдән янғандар ғына был вазифала эшләй алалыр. Миәкә районынан конкурсантыбыҙ, Мәнәүезтамаҡ ауылы биләмәһе башлығы Рәшит Әнүәр улы Фәзуллин оҙаҡ йылдар Приют ҡасабаһында йәшәй, нефть тармағында хеҙмәт итә, сит илдә лә эш тәжрибәһе туплай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылы Мәнәүезтамаҡта төпләнә. Бында ял итергә тура килмәй уға. Тәүҙә ауыл советы депутаты була, һуңынан ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлап ҡуялар. 2019 йылдан алып Рәшит Әнүәр улы ошо вазифала. Хәүефһеҙлек, төҙөкләндереү мәсьәләләренә төп иғтибарҙы йүнәлтә ул етәкселек эшмәкәрлегендә. Иң элек “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы яңы янғын һүндереү машинаһы алыуға өлгәшә. Республика, район, бағыусылар, халыҡ менән бергәләп өлгәшәләр был маҡсатҡа. Янғын һүндереү машинаһы дүрт ауылды хеҙмәтләндерә. Резервта тағы ла бер янғын һүндереү машинаһы төрлө хәлдәргә әҙер тора. Бынан тыш Мәнәүезтамаҡ ауылында өс урамға һыу менән һауыттар ҙа хәстәрләнгән. Улар өсөн яуаплы кешеләр билдә