Күпме генә иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, балалар әле булһа боҙ өҫтөндә йөрөүҙәрен дауам итә. Бөгөн кискә табан Белореттың ҡала быуаһында саҡ оло фажиғә булмай ҡала. Өс малай быуа аша икенсе ярға сығырға теләгән. Эйәртенешеп килгән саҡта иң һуңғы барған баланың аяҡ аҫтында боҙ ватылған. Унан алдараҡ барған иптәше шунда уҡ уға ярҙамға ташлана, әммә үҙе лә боҙло һыуға сума. Бәхеттәренә күрә, был ваҡытта яр буйында егет менән ҡыҙ йөрөгән булған. Бәләгә тарыған балаларҙы күргәс тә, егет малайҙар янына ашыҡҡан. Шыуышып барып, үҙе лә яртылаш боҙло һыуҙа килеш, ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем ике баланы ҡулдарынан эләктереп тотоп торған, уларға боҙ аҫтына китергә ирек бирмәгән. Бер аҙҙан килеп еткән ҡотҡарыусылар уларҙы ярға алып сыҡҡан. Иң беренсе атлаған бала үҙаллы икенсе ярға барып еткән. Мөғжизә менән иҫән-һау ҡалған балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә лә уйланырға урын бар. Әйткәндәй, 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың юғалыуына бөгөн теүәл ике аҙна. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙар һаман табылмаған. Фото: "Башинформ".