Найти тему
Башҡортостан гәзите

Министр барыһын да тикшерелергә саҡырҙы

15 апрелдә йыл һайын Башҡортостанда ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлана - “Сәләмәтлек поездары” тағы юллана. Ярты йыл эсендә улар 331 биләмәгә барасаҡ. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтулин хәбәр итте. Ул 13 апрелдә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы диагностик модуленең акцияға әҙерлеген тикшерҙе. Уларҙа медицина тикшереүен үтеү өсөн барыһы ла бар. Пациенттар анализ тапшыра, ҡан баҫымын тикшертә, ультратауышлы тикшереү һәм ЭКГ үтә ала. Уларҙы терапевтар һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк. Министр билдәләүенсә, барлыҡ бригадалар ҙа республикала йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып төҙөлгән. Ҡан әйләнеше ауырыуҙар менән сирләгәндәр күберәк йәшәгән ауылдарға Республика кардиологоия үҙәгенең кардиомобиле юлланды. Былтыр был акцияла 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 48 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Беренсе тапҡыр һигеҙ меңдән ашыу сир асыҡланған. Министр барыһын да акцияла ҡатнашырға һәм белгестәрҙә тикшерелергә саҡырҙы. Бының өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй, шәхесте раҫлаған документтың булыуы шарт. Фотолар, сығанаҡ: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.