Үткән аҙнала Кузьминовка ауылында йәшәгән таксист Юрий Силяевты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы буйынса бүлексәһендә ведомствоның Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк менән наградланылар. Бүлексә начальнигы полиция подполковнигы Алексей Силяев таксисҡа гражданлыҡ позицияһы һәм юғары профессионаллеге өсөн рәхмәт белдерҙе, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Билдәле булыуынса, ул көндә райондың байтаҡ халҡы мут кешеләрҙең һөжүменә эләккән. Граждандарҙың аҡсаһын ҡулдарына төшөрмәксе булып, аферистар ауыл кешеләренең башын әйләндерҙе, “һеҙҙең туғанығыҙ (улығыҙ) юл фажиғәһенә тарыны” тигән һылтау менән шылтыратып, күптәрҙе алдаштырырға тырышты. Һөҙөмтәлә районда йәшәгән 75-90 йәшлек ике ҡатын 100 мең һәм 250 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Стационар телефон аша шылтыратҡан кеше ҡыҙының юл-транспорт аварияһына эләгеүе тураһында хәбәр итеп, язанан ҡотолоу өсөн байтаҡ суммала аҡса кәрәклеген белдерә. Шундай уҡ мутлашыу схемаһы буйынса икенсе ҡатын да ҡармаҡҡа эләгә. Юрий Силяевтың һиҙгерле