Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә - ике проект

Хәйбулла районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырышта ике проект ҡаралды. Лилиә Ғабдулварис ҡыҙы Аҡъяр ауылының Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә икмәкхана асырға ниәтләй. Ул ерҙе рәсмиләштергән һәм хәҙер уны төҙөлөшкә әҙерләй. Уға икмәк бешереү ҡорамалдары һатып алыуға финанс ярҙам алыу өсөн муниципаль программалар конкурсына документтар тапшырырға тәҡдим ителде. Эдуард Фазлыев Рафиҡ ауылында ҡымыҙ етештереү өсөн Башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырырға ниәтләй. Был яңы эш урындары булдырасаҡ һәм Хәйбулла районында һатыу өсөн бейә һөтөнән ҡымыҙ етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.