Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дилара ярымфабрикаттар етештерә

Әлшәй районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Светлана Трунова белдереүенсә, Дилара Шарапова Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлағандан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм бизнес менән шөғөлләнергә, ғаилә эшен үҫтерергә теләй. Ата-әсәһе – фермерҙар, стажлы эшҡыуарҙар. Дилара ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә башлай. Ул район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша һәм үҙ проектын тәҡдим итә. Уға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы программаһында ҡатнашырға тәҡдим ителә, социаль килешеү төҙөлә. Уның буйынса бүлеп бирелгән дәүләт ярҙамына кәрәкле йыһаздар һатып ала, ярымфабрикаттар етештереү буйынса мини-цех аса, ауылдаштары өсөн эш урындары булдыра. Әле Дилара Шарапова кибеттәрҙә ярымфабрикаттар һата, сифатлы продукция һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙаланыла. Планда - ит ярымфабрикаттары етештереү һәм һатыу. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбиров менән аралашыу төркөмөнән.

Дилара
2142 интересуются