Билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй Журналистар союзы секретары, Төбәк журналистикаһын үҫтереү департаменты етәксеһе Юлиә Заһитова тыуған еренән айырылмай, ата-балаларына ғорурланып йәшәй. Уның олатаһы Ғази Заһитовтың 1945 йылдың 1 май таңына Еңеү байрағын Рейстаг түбәһенә ҡаҙаған төркөмдә булған. Ул яңыраҡ Атайсалына бәйле тағы ла бер иҫтәлеге менән уртаҡлашты: “Йәйге иртә таң. Торҙом, уның өйгә инеүен, парлы һөт һауытын ултыртыуын ишетәм. Тышҡа йүгереп сығам, ә ул инде һыйырҙарҙы, үгеҙҙәрҙе һәм тиҫтәләгән һарыҡтарҙы ҡуҙғалған көтөүгә сығара. Ул – нәнәйем, Закир Заһитовтың, атайымдың әсәһе. Башҡортостандың Яңағош ауылында йәшәй. Был ҡатын барыһын да эшләп – алты бала тәрбиәләп, ҙур ихатаны ҡарап, көнкүреште алып барып өлгөрә ине. Һәр саҡ иртә менән тора һәм иртәнге сәғәт 5-тән бал ҡорто кеүек әйләнә. Етмәһә ураҙа ла тота. Был осраҡ мине ғүмер буйы ғәжәпләндерҙе. Бындай эш, физик көсөргәнеш менән таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем нисек аслыҡ кисерергә мөмкинлеген аңламай инем. Быйыл хәл-то