Бәлә ишек шаҡып килмәй, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Бәхетле бала саҡ, дәртле йәшлек осорон ҡанатланып, осоп тигәндәй йүгереп үткәргән ҡыҙҙың кинәт кенә аяҡтары йөрөмәҫ булыр тип кем уйлаған?! Хәйер, Миләүшә Фәнил ҡыҙы эшкә йөрәгән саҡтарында кискә табан аяҡтарының кинәт арыуын, нисектер уларҙы көскә атларға мәжбүр иткәнен һиҙә, әммә ҡасандыр бөтөнләй атлай алмаҫын башына ла килтермәй. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Миләүшә Хәкимова нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр, әммә ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бынамын тигән төрлө картиналар сигеүе күптәрҙә һоҡланыу уята, ихтыяр көсө хайран ҡалдыра. Шулай булмаһа, урамға кеше ярҙамы менән генә сығырға мәжбүр булған ханым, буласаҡ ире менән интернет аша аралашып, аҙаҡ ҡауышып ҡуйыр инеме ни?! Карелиянан Василий менән бер аҙ социаль селтәрҙә аралашып алғандан һуң, егет ҡыҙҙың тыуған яҡтарына килә. Йәштәр бер–береһе менән сәстәрен сәскә бәйләп, әле бик матур донъя көтә. Миләүшә Фәнил ҡыҙына әсәһе Мөғминә Зәкир ҡыҙы ла бер яҡлап терәк һәм оло кәңәшсе. Йәштәр әсәһенең йортонда бергә йәшәй. Барып кергәс тә өй эсе һоҡландыра: Миләүшә Хәкимованың стеналарға эленгән, үҙе сиккән картиналары йортто йәйғорҙай төҫтәрҙә балҡытып, нурлы итә. Күрәһең, матурлыҡты яратҡан, уны үҙ ҡулдары менән булдырған кешенең йорто ла тап шулай булалыр. Тәҙрә төптәрендә сәскә атып ултырған гөлдәр ҙә оҫта хужабикәнең һәр эшенә маҡтау яуҙырып, күңелдәрен күтәреп ултырған кеүек. Үҙ–ара аралашыу мәлендә геройымдың бер генә мәртәбә лә яҙмышына зарланғанын ишетмәнем, киреһенсә, уның шул тиклем көслө рухлы булыуына һоҡландым. Көн һайын йәшәү өсөн көрәш барғанда, ғазап һәм әрнеү аша йылмайғанда ла, уның йөҙө шул тиклем нурлы, һәр иртәнге көнгә ышаныс менән ҡарай. Бигерәк тә коляскала ултырыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме сит илдәрҙе күреүе, Ҡырым, Санкт-Петербургта булыуҙары хайран ҡалдырҙы. Миләүш тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәй алыуы менән дә күптәргә өлгө ул. Бәғзе берәүҙәр кеүек үҙенең яҙмышына үпкәләмәй, кемделер ғәйепле итергә лә тырышмай, ә киреһенсә, эргә–тирәләренә һынмаҫ рухы, йәшәүгә ынтылышы менән өлгө булып тора. Һәр хәлдә үҙемә лә геройымдың иҫ киткес картиналарын күреп, бер аҙ уңайһыҙ булып китте, сөнки ҡул эштәренә һис кенә оҫталағым да, теләгем дә юҡ... —Мәктәптә һәм балалар баҡсаһында эшләнем, хәҙер алты йыл тирәһе инвалид коляскаһындамын, —ти Миләүшә Хәкимова.—Тәүҙәрәк бер аҙ юғалып та, ҡаушап та ҡалдым. “Тормошта артабан нисек йәшәрмен, былай итеп ултырыуым кемгә кәрәк”,—тигән уйҙар ҙа булманы түгел, булды. Әммә әсәйемә ҙур рәхмәт, ул-миңә һәр саҡ ныҡлы таяныс һәм ярҙамсы ла. Был юлы ла юғалып ҡалырға ирек бирмәне, тормошто нисек бар шулай ҡабул итергә, уны ҡайтанан ошо һәләтемдә яратырға өйрәтте. Картина сигергә тотонғас, ниндәйҙер күңелем үҙ урынына ултырған кеүек тойолдо, яратҡан шөғөлөм мине яңынан тулы тормошҡа алып ҡайтты, тиһәм дә була. Артабан Василий менән танышыуым, уға кейәүгә сығыуым яҙмышымды бөтөнләй үҙгәртте. Кемгәлер кәрәкле һәм һөйөклө булыуҙан да бәхет юҡтыр ул! Мин уны эштән һағынып көтөп алам, оҙатып ҡалам. Бергәләшеп Төркиә, Һиндостан, Мысыр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булдыҡ, Ҡырымда ял иттек, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларын күрҙек. Быйыл да сит илгә барырға ниәтебеҙ бар. Миләүшә Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, инвалидтар өсөн аэропорттан башлап самолетҡа ингәнгә ҡәҙәр бар шарттар тыуҙырылған. Сит илдәрҙә был турала бөтөнләй борсолмаҫҡа ла мөмкин, хатта диңгеҙгә төшөү өсөн дә коляскала ултырған кешеләргән махсус урындар булдырылған. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала, шул иҫәптән районда ла барлыҡ инвалидтар өсөн дә уңайлы шарттар юҡ,—ти ул. “Күптән түгел Аҡъярҙа яңы асылған бассейнға барҙыҡ, унда инвалидтар өсөн уңайлыҡтар бөтөнләй юҡ. Күп етәкселәр тик ишек янында пандустар урынлаштырыуҙы ғынауңайлы мөхит тип иҫәпләй ҙә, шуның менән эш бөттө тип уйлай. Тап шундай уңайһыҙлыҡтарға осрағанда ғына, үҙеңдең кемгәлер мохтаж икәнеңде тояһың, шуныһы ҡыйын”,—ти Миләүшә ханым. Шулай уҡ магазиндарға йөрөгәндә, мәсеткә барғанда ла ошондай уҡ уңайһыҙлыҡтарға осраған ул. Тормош төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеп тә, үҙ–үҙенә бикләнеп, үҙ донъялары эсендә генә йәшәргә юл ҡуймай, матурлыҡҡа табынып, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, күптәргә өләшеп ултырһа ла, Миләүшә Хәкимованың да хәл итәһе проблемалары, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан саҡтары юҡ түгел. Бала саҡтан инвалид булмағанлыҡтан, табиптар уның сирен, атлай алмауын күреп торһа ла, ниндәйҙер ҡарарҙарға һылтаныуы сәбәпле, Миләүшә Хәкимоваға күп нәмәләрҙән ситтә ҡалырға тура килә. Мәҫәлән, уға даими рәүештә массаж эшләтергә кәрәк, һәр саҡ түләүлегә барып та булмай. Ә “бала саҡтан инвалид түгелһең” тигән мөһөр менән сирлегә был да ҡаралмаған. Быйыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде, был ҡарар ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ә ысын мәғәнәһендә, тап Миләүшә Хәкимовалар кеүек ярҙамға мохтаждарҙы хәстәрләү, уларға тейешле ярҙамдың булыуын һәм эшләүен талап иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыу йылы ла булһын ине ул. Автор фотоһы.