Башҡорт эстрадаһы һандуғасы Нәзифә Ҡадирова 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Нәзифә Ҡадирова – Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы. Нәзифә Жәүәт ҡыҙы 1954 йылдың 13 апрелендә Учалы районының Ахун ауылында тыуған. Ул мәктәп йылдарында уҡ йырлай башлай. Йыр сәнғәтенә булған һөйөүе Өфө сәнғәт училищеһына алып килә, уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөндә эш башлай. Нәзифә Ҡадирова башҡорт сәхнәһендә беренсе аҙымынан уҡ үҙ тамашасыһын таба. Бәхти Ғайсин, Редик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар менән эшләй. Репертуарында – лирик һәм эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары. 1979 йылда “Мелодия” фирмаһы Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында йырҙар тупланған диск сығара. Тиҙҙән ул Бөтә Союз конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Мәҫәлән, совет йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз “Сочи-80” конку