Интернетта Ф.А. Брокгауз менән И.А. Ефрондың “Энциклопедик һүҙлегендә” башҡорттар тураһында нимә яҙғандар икән, тип бер мәл ҡарап сығырға булдым. Сөнки был энциклопедия революцияға тиклем баҫылған һәм унда башҡорт тематикаһы ниндәй кимәлдә яҡтыртылғанлығы миңә бик тә ҡыҙыҡлы. “Башкиры” тигән мәҡәләне ҡарап сыҡҡандан һуң, туҡта әле билдәле башҡорттар тураһында берәй нәмә яҙғандармы икән, тип “Салауат Юлаев” мәҡәләһен әҙләргә тотондом. Һәм “Салават” тигән мәҡәләгә тап булдым. Бында мине Салауат Юлаев шәхесенә бирелгән характеристика бик тә ғәжәпләндерҙе. Сөнки унда былай тип яҙылған: “Салават (по отчеству Юлаев) – башкир, участник Пугачевского бунта и главный виновник восстания башкир и других инородцев в Оренбургской губ. Сын волостного старшины, богатого и влиятельного, знаток татарского языка (төрки яҙма теле - А.Я.) и Корана, обладатель “сверхъестественной” силы”. Салауат Юлаевты беҙ яугир, шағир-импровизатор, тип беләбеҙ. Ә Брокгауз менән Ефрондың “Энциклопедик һүҙлегендә” Сал