Әбйәлил районы блогеры Рәхимә Мусинанан йәнә бер рецепт. Был юлы ул ләүәш бешерергә өйрәтә. "Табаҡҡа он иләйем, тоҙ, май һәм ҡайнар һыу өҫтәйем. Яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу булһын!Ҡамыр баҫып, полиэтилен ҡапсыҡта (таҫтамал ҡаплап түгел!) 30 минутҡа өҫтәлдә ҡалдырам. Ҡамыр һәр ваҡыт йомшаҡ, келән, һуҙмаҡай килеп сыға, йәйгәндә он һибергә лә кәрәкмәй — миңә шуныһы оҡшай.Ҡамырҙы биш өлөшкә бүләм (минең ләүәш табаһының диаметры 36 см). Әгәр һеҙҙең таба бәләкәй икән, 10-12 өлөшкә бүлегеҙ.Һәр өлөштө бер аҙ ҡулда йомарлап алғандан һуң мөмкин тиклем йоҡа итеп йәйәм. Ләүәш бик тиҙ бешә! Эҫе табаға һалам да ҡыуыҡтар барлыҡҡа килеү менән әйләндерәм. Икенсе яғын бер минут самаһы бешергәндән һуң алам һәм пульверизатор йә силикон бумала менән һәйбәт итеп һыулайым. Шунда уҡ таҫтамал менән ҡаплайым. Һыу һипмәһәң, таҫтамал менән ҡапламаһаң — ләүәш түгел, сохари килеп сыға.Бер тотонғанда күберәк итеп бешереп алам да ҡапсыҡта бер нисә көн һаҡлайым. Туңдырып иретһәң дә тәмле килеш ята.РЕЦЕПТ: Он - 350 г