Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙ Зилә менән шулай таныштыҡ

Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Республикабыҙҙы матур ғаилә парҙарҙары биҙәй. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһен атап әйтергә мөмкин. Артист тормош иптәше Зилә Аҙаубай ҡыҙы тураһында “Бәйләнештә" төркөмөндә матур пост һалған. – Беҙ бит Зилә менән сәхнәлә таныштыҡ. Өфө автотранспорт техникумында сараларҙа йырлап, танышып, ҡауышып киткән кешеләр беҙ. Ул ваҡытта сәхнә юлы буйлап китербеҙ тип уйламаныҡ. Икебеҙгә ҙә йырсы булырға мөмкинлек юҡ ине. Яңы ғаилә ҡорҙоҡ... Нисек икең дә сығып китәһең?Зилә менән өйҙә йыш ҡына йырлайбыҙ. Мин баянда уйнайым, ул йырлай, бергә лә йырлайбыҙ... Яҡындарыбыҙ йыш ҡына Зиләнең йырлағанын һорап ала, – тип яҙған ул. Зилә Аҙаубай ҡыҙы Белорет районы Абҙаҡ ауылы һылыуы, йырсылар төбәгенән - Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың ауылдашы. Фото: aidar.galimov