Унда Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин да ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров край губернаторы Дмитрий Махонин ҡулынан алдағы күләмле сараның символын алды. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө XII Халыҡ-ара «Рәсәй – спорт дәүләте» форумын үткәреү урыны итеп билдәләнде. Был турала дәүләт етәксеһе Пермь ҡалаһында үткән алдағы форумда иғлан иткәйне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, форум Өфөлә быйыл октябрь урталарында үтергә тейеш. Радий Хәбиров “Рәсәй Президентына киләһе форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүе өсөн рәхмәтлебеҙ”, – тине һәм “Юғары планканы тоторбоҙ. Бик ҡыҙыҡлы, сағыу сара булыр”, – тип вәғәҙә итте. Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин: “Эстафетаны күршеләребеҙ – Башҡортостан Республикаһына тапшырыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә. Хөрмәтле һәм ҡәҙерле күршеләребеҙҙең ҡуйылған бурысты атҡарып сығырына ышанабыҙ”, – тип белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй спорт министры Олег Матыцин киләһе халыҡ-ара с
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
12 апреля 202412 апр 2024
1 мин