Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Нуримандар “Атайсал” форумын ҡабул итте

Бөгөн, 12 апрелдә, “Атайсал – кесе Ватаным” зона форумын Нуриман районы ҡабул итте. Район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында үткән муниципаль-ара йыйынға Благовещен, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат һәм Нуриман райондары райондары вәкилдәре йыйылды. Тыуып үҫкән төйәгеңә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылдың мартында башланғайны. Бөгөн инде ул халыҡты берләштергән киң эшмәкәрлеккә әйләнде, ә уға ярашлы уҙғарылған зона һәм республика йыйындары йөрәгендә кесе Ватанына ҡарата оло һөйөү йөрөткән, уның хаҡына изге эштәр башҡарған кешеләрҙе бергә туплай. Нуриманда үткән сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, үрҙә һанап үтелгән ҡала һәм райондарҙың хакимиәттәр башлыҡтары, “Атайсал” проектының иң әүҙем геройҙары ҡатнаша. Урал Таһир улы һәм Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Венер улы Ситдиҡов йыйында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, форумдың эшендә уңыштар теләне. Район мәҙәниәт йортоноң фойеһында “Беҙҙең яҡташтарҙың изге эштәре” видеосалоны булдырылған. Бында “Атайсал” проектына ярашлы тормошҡа ашырылған иң үҙенсәлекле, күләмле проекттар менән танышырға мөмкин булды. Ошонда уҡ зона форумының бөгөнгө хужалары – Нуриман районында башҡарылған эштәр тураһында ла яҙмалар тәҡдим ителде. Ҡыҙылъярҙағы урта мәктәптә ойошторолған “Бергә еңәсәкбеҙ!” күргәҙмәһе төбәктә махсус хәрби операцияға ярҙам итеү йәһәтенән алып барған эштәрҙе сағылдырҙы. Ошонда әлеге эшмәкәрлеккә арналған сессияның эше дауам итте. “Яңыса уйла. Биләмәләрҙе үҫтереүҙә яңы тенденциялар”, “Йәштәр фламандары” тип аталған стратегик сессияларҙа, “Кесе Ватан өсөн изге эштәр йылы. Яҡташтар беҙҙең менән”, “Үҙ тамырҙарыңды бел”, “Атайсал” проекты киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә” секцияларында, “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Кесе Ватандың рухи биләмәһе” кеүек түңәрәк өҫтәлдәрҙә ойошторолған һөйләшеүҙәр тыуған төйәктең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған, уны тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ итеү уйы менән янған кешеләрҙе йыйҙы. Төштән һуң район мәҙәниәт йортонда “Атайсал. Яҡташлыҡ көсө” тип аталған асыҡ дискуссия майҙаны эш башланы. Ошонда уҡ әлеге төбәктән проектта иң әүҙем ҡатнашҡан шәхестәр бүләкләнде, байрам концерты ойошторолдо. “Атайсал” форумы тураһында фекерҙәр Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары: - “Атайсал” – төрлө кешеләрҙең йөрәк көсөнә, теләгенә, маҡсатына таянып тормошҡа ашырылған проект. Беҙҙә элек-электән бер-береңә, туғандарыңа, ауылдаштарыңа ярҙам итеү күренеше көслө булған, күп эштәрҙе өмә менән башҡарғандар. Ул шуны ла сағылдыра. Шулай уҡ был проект үҙеңдең кесе Ватаныңа, Атайсалыңа һөйөүеңде күрһәтә. Ошо өс йыл эсендә генә 25 меңдән ашыу проект теркәлеп, тормошҡа ашырылған. Бында бюджеттан бер тин дә аҡса йәлеп ителмәй, был – халыҡ аҡсаһы, һәр кешенең үҙе һалған көсө, үҙ ихтыяры менән кесе Ватанына ярҙам итеү өлгөһө. Иң бәләкәй проекттарҙан, мәҫәлән, туғандар менән берлектә ойошторолған саңғы ярыштарынан башлап ҙур-ҙур мәсеттәр төҙөүгә тиклем эштәр башҡарыла. Эйе, “Атайсал” проектының ярҙамы менән яңы мәсеттәр ҡалҡып сыға, булғандары төҙөкләндерелә, зыяраттар тәртипкә килтерелә, шишмәләр матурлана. Ошоноң менән һәр кем үҙенең атайсалына, тыуған еренә бәйләнешен раҫлай. Быйылғы миҙгелде – көҙҙән яҙға тиклем үткәрелгән зона форумдарын ошо Нуриман районында тамамлайбыҙ, ә инде көҙгөһөн Ейәнсура районында яңы миҙгелде асыуҙа көтөп ҡалабыҙ. Тиҙҙән, 27 апрелдә, Өфөлә III республика “Атайсал” форумы уҙасаҡ. Унда инде беҙ быйылғы миҙгелгә йомғаҡ, һығымталар яһаясаҡбыҙ, иң-иңдәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Әнис Ҡасим улы ӘСӘҘУЛЛИН, Мәсетле районы хакимиәте башлығы: - Мәсетле районында “Атайсал” проекты сиктәрендә бик күп эштәр башҡарыла. Ишәле ауылында яңы мәсет ҡалҡып сыҡты. Уны ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар төҙөттө, ауыл клубын ремонтлатты, шулай уҡ икмәк бешереү буйынса производство асып, халыҡҡа эш урындары ла булдырҙы. Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан ветеран-яугир үҙ аҡсаһына хәрби техника һатып алды, уны Еңеү паркында урынлаштырҙыҡ. Шулай уҡ быйыл Афған яугирҙәренә арналған китап донъя күрҙе. Зыяраттар тәртипкә килтерелә, арт-объекттар эшләнә. МХО-ға ярҙам итеүгә ҡушылыусылар бик күп. Әле ойошторолған һуңғы гумкомвойҙа 3 машина ярҙам тупланды. Хакимиәт башлығы булараҡ, үҙем дә был изге башланғыстан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Әле бер арт-объект эшләү өҫтөндәбеҙ. Был эште “Аҡтау” йәмғиәтенең етәксеһе Илдар Ниғмәтйәнов менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.