Апрель башында Бөтә донъяла аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө үтте. Маҡсаты – дауалап булмай торған сиргә дусар кешеләргә ярҙам итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыу. Аутизм менән яфаланған балалар һаны бөтә донъяла арта бара, был ғаилә, йәмғиәт өсөн бик ҙур ауыр эҙемтәләргә эйә. Аутизм – нервы системаһы үҫешендә даими боҙолош процесы, ул тәүге өс йылда күҙәтелә һәм кешенең енесенә, расаһына йәки социаль-иҡтисади статусына бәйле түгел. Зәңгәр төҫ – аутизм билдәһе. Традиция буйынса ауырыуҙарға иғтибар йәлеп итеү өсөн бөтә донъяла 2 апрель көнө биналарҙа зәңгәр ут ҡабыҙыла. Аутизмға дусар кешеләр араһында үҙенсәлекле таланттарға һәм иҫ киткес ныҡ хәтергә эйә булғандар бар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла һәр 160 баланың береһенә аутистик спектр тайпылышы тигән диагноз ҡуйыла. Ауырыуҙарҙың уртаса йәш оҙайлығы 36 йәш тәшкил итә. Аутизм билдәләрен өс айлыҡ балала уҡ һиҙемләргә мөмкин, әммә бындай иртә