Бынан 63 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин “Восток” карабында Ер шарын урап сыға. Бөгөн был тарихи дата Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә. Тәүге осош менән Рәсәй донъяла үҙен йыһан серҙәрен асыусы булараҡ танытһа, космонавтар милли геройҙарға әйләнә. Заман үҙгәрһә лә, ҡараш шул килеш. Бөгөн дә йәш быуын өсөн йыһан – серле донъя, ә космонавтар бөйөк һөнәр эйәһе булып ҡала. Ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала Эйе, Йыһандың серҙәре бөгөн дә бик күп. Илебеҙҙең Дәүләт архивы яйлап ҡына тарихи документтарҙы халыҡ иғтибарына сығара башланы. Шул иҫәптән беренсе космонавт Юрий Гагариндың үҙенә бәйле серҙәр ҙә бихисап. Шуларҙың иң ҙуры – уның үлем сәбәбе. Күпме ваҡыт үтһә лә, бөгөнгәсә аныҡ ҡына фараз юҡ. Ә ошо көндәрҙә, 27 мартта, тағы бер күңелһеҙ тарихи дата билдәләнде. 55 йыл элек ошо көндә Юрий Гагарин һәләк булған. Шуға күрә, бөгөн ошо ике датаны берләштереп, рәсми мәғлүмәттәргә таянып, был хәлдәргә бер аҙ аныҡлыҡ индерергә булдыҡ. Ғөмүмән, “беренсе”нең ғүмере бер нисә тапҡыр ҡыл өҫтөндә ҡала. Мәҫәлән, үҙенең беренсе осошонан һуң ул парашютта ергә төшә, тик скафандрында тышҡы һауа биреү клапаны асылмай. Гагарин алты минут үткәндән һуң ғына уны ҡулы менән аса ала. Был ваҡытта хәл бик хәүефле була, ул саҡ тонсоғоп үлмәй. Ә 1966 йылда ул йыһанда осош ваҡытында һәләк булған Владимир Комаровтың дублеры була. Әгәр ниндәй ҙә сәбәп буйынса Комаров оса алмаһа, ул карабта Юрий Гагарин булыр ине... Тәүге космонавт ғүмер өсөн әллә ни хәүефле лә булмаған МиГ-15УТИ истребителендә күнекмә осошо ваҡытында һәләк була. Һәләкәттең өс фаразы 1968 йылдың 27 мартында СССР-ҙың летчик-космонавы Юрий Гагарин һәм инструктор Владимир Серегин идара иткән самолет Владимир өлкәһенең Новоселово ауылы эргәһендә ҡолай. Рәсми мәғлүмәт буйынса, фажиғәгә истребителдең киҫкен боролош яһауы сәбәпсе булған, был идара итеүҙе юғалтыуға һәм “штопор”ға төшөүгә килтергән. Комиссия, Гагарин менән Серегиндың бөтә ғәмәлдәре дөрөҫ булған, әммә самолетты “штопор”ҙан сығарыу өсөн уларға ике секунд етмәгән тип ҡарар ҡыла. Летчиктарҙы үҙ-үҙҙәрен һәләк итеүгә килтергән хәрәкәт яһарға нимә мәжбүр иткән – һаман да йомаҡ булып ҡала. Һәләкәттең бер нисә фаразы бар. Леоновтыҡы: улар тауыштан шәберәк осҡан истребитель тулҡынына эләккән. СССР-ҙың осоусы-космонавы Алексей Леонов фекеренсә (1934 – 2019), фажиғәгә “осоштар режимын боҙоу һәм илке-һалҡылыҡ” сәбәпсе: Юрий Гагарин менән Владимир Серегиндың күнекмә осоштары зонаһында теркәлмәгән икенсе самолет – Жуковскийҙағы икенсе аэродромдан осҡан Су-15 самолеты килеп сыҡҡан. Су-15 10 мең метрҙан ашыу бейеклектә осорға тейеш булған, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында 450 метр бейеклеккә – Гагарин менән Серегин шөғөлләнгән зонаға төшкән. Үҙенең эшелонына менеп барған Су-15 летчигы форсажды ҡабыҙған (болоттар араһында ул янындағы МиГ-15УТИ самолетын күрмәгән), һәм Гагариндың самолеты тауыштан шәберәк осҡан истребитель эҙҙәре тулҡынына эләккән. Алексей Архипович Гагариндың кем арҡаһында һәләк булыуын белгән булған, әммә бер ҡасан да летчиктың фамилияһын атамаҫҡа ант биргән. Качоровский фаразы: Гагарин катапульта креслоһында беренсе булып төшөүҙән баш тартҡан. Летчик-тикшеренеүсе Илья Качоровский Юрий Гагариндың тәжрибәле летчик булмағанына иғтибар итә. Космонавтар отрядында булған алты йылда ул бер үҙаллы осош та яһамаған. Был уның ғәйебе түгел, космонавтар башҡа төрлө күнекмәләр эшләгән һәм һирәк кенә осҡан. Владимир Серегин да полк командиры булған саҡта бик аҙ осҡан. Качоровский фекеренсә, Гагариндың самолетҡа идара иткәндә хата эшләүе ихтимал. Ул “кире ҡайтырға” тигән команданы ишеткәс, самолетты түбәнәйә барған спираль хәленә индергән тигән фекерҙә ул. Ләкин самолет “штопор”ға төшкәс, летчиктарҙың катапультаға баҫыуы ихтимал ине. Ни өсөн улар быны эшләмәгән? МиГ-15УТИ конструкцияһының үҙенсәлеге шунда: унан беренсе булып инструктор һикерергә, ә Гагарин икенсе булып төшөргә тейеш була. Тик Владимир Серегин беренсе космонавтың яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуя алмай. Ә ике летчик та ҡотолорға ваҡыт етмәй. Серегин, моғайын, Юрийға беренсе булып һикерергә ҡушҡандыр. Ә Гагарин бының инструкторҙың үлеменә килтерәсәген белгән, шуға уның ғүмере хаҡына үҙенекен ҡотҡарырға теләмәгәндер, тип иҫәпләй Качоровский. Миронов фаразы: Ерҙәге ҡағиҙә боҙоуҙарҙың тотош бер серияһы фажиғәгә килтергән. Арсений Дмитриевич Миронов (1917 – 2019) беренсе космонавтың һәләк булыу сәбәптәрен тикшереү буйынса комиссия ағзаһы, Осоу-тикшеренеү институтының ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы була. “Космонавтар шөғөлләнгән полкта осоу дисциплинаһының бик түбән кимәле булыуы хайран ҡалдырҙы. Мин 27 мартта булған 11 ҡағиҙә боҙоу осрағын һананым”, – тип һөйләгән Арсений Миронов “Комсомолка” баҫмаһына биргән интервьюһында. Мәҫәлән, Владимир Серегин осошҡа 30 минутҡа тиерлек һуңлаған – уны түрәләр саҡырған булған. Шул сәбәпле ҡабаланыу башланған, экипаж метеорологтарҙан мәғлүмәт алмаған, ә унда көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы тураһында һүҙ барған. Унан да бигерәк һауа торошоноң боҙолоуы фаразланған. Шул уҡ ваҡытта осоу заданиеһында пилотаж фигураларын болоттарҙан ситтә йәки болоттар артында башҡарыу ҡушылған. Йәғни бирелгән йөкләмә баштан уҡ үтәлмәҫлек булған! Аэродромдағы радиолокация ҡорамалдарының бер өлөшө эшләмәгән, һәм ерҙә болоттар арҡаһында Гагарин менән Серегиндың МиГ-15 УТИ һулға ауышҡанын, летчик Андреев күнекмәләр башҡарған зонаға яҡынлашҡанын күрмәгәндәр. Андреев Гагарин һәм Серегиндан һуң 30 минут үткәс осорға тейеш була, әммә уларҙың осоуға һуңлауы сәбәпле, ике самолет бер үк ваҡытта һауаға күтәрелгән. Миронов фекеренсә, заданиенан ҡайтып килгәндә Гагарин менән Серегин көтмәгәндә яҡында ғына болоттар араһында Андреевтың самолетын күреп ҡала һәм, бәрелешеүҙән ҡасып, “штопор”ға йығылалар. Юрий Гагариндың ғаиләһе нисек йәшәгән? Юрий Гагарин йәш кенә килеш һәләк булғандан һуң уның ғаиләһе нисек йәшәгән? Был һорау ҙа күптәргә ҡыҙыҡ. Билдәле булыуынса, беренсе космонавт үлгән саҡта уның ҡатыны Валентинаға 33 йәш тә тулмаған була. Шул ҡот осҡос көндө уға тормош иптәшенең йыһанға осор алдынан яҙған хушлашыу хатын тапшыралар. Бына унан бер өҙөк: “Әгәр берәй хәл була ҡалһа, тәү сиратта һинең, Валюша, ҡайғынан бөгөлөп төшмәүеңде һорайым. Тормош шундай: берәү ҙә иртәгә һине машина тапап китмәҫ тип гарантия бирә алмай. Зинһар, ҡыҙҙарыбыҙҙы һаҡла, уларҙы мин яратҡан кеүек ярат. Уларҙы наҙлы, “әсәй ҡыҙҙары” түгел, ә ысын кешеләр итеп тәрбиәлә, тормоштоң бер ауырлығы ла ҡурҡытмаһын. Ә үҙеңдең шәхси тормошоңдо, выжданың ҡушҡанса, кәрәк тип тапҡанса ҡор. Һиңә бер ниндәй ҙә йөкләмәләр йөкмәтмәйем һәм быны эшләргә хаҡым да юҡ”. Валентина Гагарина башҡаса кейәүгә сыҡмай, мөмкин булғанса журналистар иғтибарынан ситләшә. Ғүмере буйы Юрий Алексеевичҡа вафатынан бер ай алда бирелгән фатирҙа Звездный ҡаласығында йәшәгән. Королев ҡалаһында Йыһан осоштарына идара итеү үҙәгенең Медицина идаралығы лабораторияһында эшләгән (белеме буйынса ул – фельдшер-лаборант). Валентина Ивановна ғүмерен иренең иҫтәлеген һаҡлауға арнай. 2020 йылдың мартында вафат була. Космонавтың өлкән ҡыҙы Елена Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, институттан һуң А.С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейына ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлашҡан. Һуңынан “Мәскәү Кремле” дәүләт тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы”ның генераль директоры итеп тәғәйенләнгән, әлегә тиклем шунда эшләй. Еленаның ҡыҙы – Екатерина, әсәһе кеүек үк, Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, оҙаҡ ваҡыт Мәскәү Кремлендә эшләгән. Ә 2011 йылда дипломат Павел Внуковҡа кейәүгә сыға, уның артынан Бөйөк Британияға китә. Һуңынан пар тыуған яғына ҡайтҡан – Екатерина йәнә Кремль музейына эшкә урынлашҡан. Бер үк ваҡытта халыҡ-ара күргәҙмәләр ойоштороу менән дә шөғөлләнә. Кесеһе, Галина, Г.В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлағас, иҡтисадсы булып китә. Әлеге ваҡытта иҡтисад фәндәре докторы, туған институтында кафедра етәкләй. Галинаның улына олатаһы хөрмәтенә Юрий тип исем ҡушҡандар. Ул Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. 2017 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлаған, ә 2019 йылда Хабаровскиҙа аэропорт директоры вазифаһына тәғәйенләнгән. Кесе Юрий кеше менән бик аралашып бармай, ләкин уның улы барлығы билдәле.