Бөгөн Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында "Атайсал" зона форумы бара. Бында Благовещен, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Нуриман райондары вәкилдәре йыйылды. Форум сиктәрендә ойошторолған "Изге эштәр картаһы"на ҡушылып, махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә матбуғат баҫмалары бүләк итеүселәр ҙә күп кенә. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева менән Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалы етәксеһе Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы Сәхәүетдинова Нуриман районында йәшәгән Ф. Шәрәфетдинова һәм И. Ғимашеваға 2024 йылдың икенсе яртыһына "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Рухлы, мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!
Яугир ғаиләләренә "Башҡортостан" гәзитен бүләк иттеләр
12 апреля 202412 апр 2024
~1 мин