Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш егетте үлтергән өсөн бер кем дә ғәфү үтенмәгән...

Уҙған аҙнала Ишембай ҡалаһында булған фажиғәле ваҡиға күңелдә ауыр тойғолар ҡалдырғайны. Бында киске клубта ике төркөм арҡаһында низағ сығып, улар һуғыша башлай. Шул саҡта бер кеше пистолет сығара һәм атып ебәрә. Әммә пуля тәғәйен кешегә түгел, ә осраҡлы шаһит 23 йәшлек Данил исемле егеткә тейә. Мейеһе ҙур зыян күргән егет икенсе көнгә аңына ла килмәй реанимацияла вафат була. Ә ғәйепле кеше ҡаланан ҡаса. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсене шунда уҡ асыҡлай. Әллә нимә асыҡларға ла тура килмәй, сөнки барыһын да видеокамералар төшөрөп ала. Ул 36 йәшлек Марзпетуни Галустян булып сыға. Ир шул уҡ төндө ғәйеп була һәм уны федераль эҙләүгә бирәләр. Кисә иһә яңылыҡ билдәле булды, бер аҙна тиерлек ҡасып йөрөгән ирҙе Волгоград өлкәһендә ҡулға алалар. Уның машинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Ул үҙенең кемлеген һәм нимә өсөн тотолғанын белем ти, әммә имеш федераль эҙләүҙә икәнлеген белмәй. Уны Башҡортостанға ебәрәсәктәр. 23 кенә йәшлек Данилдың ғаиләһенә килгәндә, улар ошо көндәрҙә яҡындарын ерләне һәм әле һаман был хәлгә ышанып етә алмай. Шуныһы, ғәйепле яҡтан бер кем дә улар менән бәйләнешкә сыҡмаған, ғәфү үтенмәгән. Компенсация түләү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шулай уҡ “Честно говоря” тапшырыуына Данилдың яҡындары ғәйепле Марзпетуни тураһында һөйләгән. Уларҙың әйтеүенсә, ир үҙен һәр ваҡыт адекват тотмаған, гел ҡорал йөрөткән, тупаҫ булған. Ҡиммәтле машиналарҙа йөрөгән, бай тормош яратҡан, уға бөтә нәмә лә рөхсәт ителгән тип иҫәпләгән. Ғәйепләнеүсенең әсәһе әйтеүенсә, улына яла яғалар: ул бер кемде лә үлтерергә теләмәгән – һөжүм итеүселәрҙе ҡурҡытыр өсөн ҡорал сығарған. Билдәле булыуынса, Марзпетуни ҙур булмаған бизнесҡа – Ишембайҙа шашлыҡ бешереү һәм "Ной" кафеһына эйә. Сығанаҡтарҙың хәбәр итеүенсә, эшҡыуар быға тиклем дә хоҡуҡ һаҡлаусылар иғтибарында булған. Фото: "Моя Уфа" порталы.