Былтыр йәй Өфөлә йәшәгән ете йәшлек Викторияны серекәй тешләй. Шунан һуң ҡапыл уның аяғы шешә һәм температураһы күтәрелә. “Беҙ ашығыс ярҙам саҡырттыҡ, педиатр килде һәм был ябай һалҡын тейеү тине. Уның әйтеүенсә, серекәй ҡыҙыбыҙҙың мускулын тешләгән һәм шуға шешкән, был оҙаҡламай үтер тине. Әммә хәл насарайғандан-насарая барҙы. Оҙаҡламай Республика балалар клиник дауаханаһында яман шеш диагнозы ҡуйылды”, – тип әсенеп иҫкә ала ҡыҙыҡайҙың әсәһе. Ауырыуҙы еңер өсөн ҡиммәтле операция кәрәк булған. Викаға Израилдәге клиникаларҙың береһендә табиптар ярҙам итергә әҙерлек белдерә. Тикшереү һәм дауалау стратегияһын әҙерләү өсөн генә 12 миллион һум аҡса йыйырға кәрәк була. Операцияның үҙенә лә тағы шул сама аҡса кәрәк булыр ине. Викторияның туғандары Башҡортостандың бөтә битараф булмаған халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Кәрәкле сумманан ни бары 300 мең һум ғына йыйылды. Уҙған йылдың декабрь башында ҡыҙыҡай хосписҡа күсерелде. 8 апрелдә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. “Хәҙер ул беҙҙең бәләкәй фәрештәбеҙ. Виктория бик көслө ҡыҙыҡай ине, аҙаҡҡы көнгә тиклем көрәште. Бөтә ғаиләбеҙ исеменән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ теләйбеҙ”, – тип яҙҙылар ҡыҙҙың яҡындары. Беҙ уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бындай ҡурҡыныс сирҙәр һәр кемде урап үтһен ине. Фото: ғаиләнең шәхси архивынан.