Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡайны. Унда төп темаларҙың береһе махсус хәрби операцияға һәм Рәсәйҙең яңы биләмәләренә ярҙам сараларына ҡағылды. Төбәк етәксеһе яугирҙәр өсөн ярҙамдың әһәмиәтен билдәләне һәм ошо йүнәлеште артабан үҫтереү пландары хаҡында белдерҙе. Башҡортостан Донбасс менән Луганск халыҡ республикаларына әүҙем ярҙам итә. Айырыуса Луганскиҙағы Красный Луч һәм Петровское ҡалалары беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Петровское ҡалаһындағы М. Шайморатов исемендәге 22-се урта мәктәп директоры Гөлназ Серова был осрашыу һәм ярҙам тураһында үҙ фекерен белдерҙе. – Петровское ҡалаһы халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың кандидатураһын икенсе срокка күрһәтеүҙе хуплауына бик шат. Радий Фәрит улы Донбасс менән Луганск халыҡ республикалары инфраструктураларын үҫтереүгә бик ҙур көс һала. 2022 йылда беҙҙең мәктәп тулыһынса төҙөкләндерелде. Радий Фәрит улы үҙенең командаһына Красный Лучҡа ярҙам ите
"Башҡортостан халҡы менән ғорурланам һәм уларҙы хөрмәт итәм"
11 апреля 202411 апр 2024
1 мин