Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мутлашыусыларҙы “байытыуҙы” дауам итәбеҙ

Күпселек алдауҙар аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәптәрҙә” һаҡлау һылтауы менән башҡарылған. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән пенсионерға Пенсия фонды “хеҙмәткәрҙәре” шылтыратып, аҡсағыҙға ҡурҡыныс янай, шуға ла уларҙы ”хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ҡушҡан. Бәхеткә күрә, ир быға тиклем мутлашыусылар тураһында уҡыған булған. Ул телефонын һалып, шылтыратыу тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә кешеләр ҙә полиция хеҙмәткәрҙәренең һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге белгестәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай. Ҙур ойошмала инженер булып эшләгән 40 йәшлек Өфө кешеһе, бюджетымды һаҡлап ҡалайым тип, ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтыуы тураһында хәбәр иткән. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә директор урынбаҫары ла аҡсаһын һаҡлап ҡалыу ниәте менән мутлашыусыларға эләгә. Педагог енәйәтселәрҙе өс миллион һумға тиерлек байыта. Әйткәндәй, аҡсаның күбеһе кредитҡа алынған. Әлеге ваҡытта мутлашыу осраҡтары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша инвестициялар менән булышырға тәҡдим итәләр икән, ышанмағыҙ, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар ялған телефон номерҙары ҡуллана ала. Фото: Башинформ.