Ғаилә йылында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә йолалары – быуындар бәйләнеше” тип исемләнгән конкурс ойоштора. Ул 17 апрелдән 17 июнгә тиклем үткәрелә, тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. - Ил Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, ҙур күп балалы ғаилә нормаға, йәмғиәт тормошо философияһына, барлыҡ дәүләт статегияһы йүнәлешенә әйләнергә тейеш. Ғаиләләрҙең, бигерәк тә йәш ғаиләләрҙең үҙ заты тарихы һәм йолалары менән ҡыҙыҡһыныуына, ғаилә йолаларын нығытыуға һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына шаһит була барабыҙ. Ғаилә конкурсы быуындар араһындағы ғаилә бәйләнештәрен нығытыуға, уларҙың аралашыуы өсөн шарттар булдырыуға, тәжрибә менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән, – тип белдерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Конкурс “Ғаилә объективта”, “Ғаиләм йолаһы”, “Минең тиңләшер кешем бар” тигән номинациялар буйынса үткәрелә. Конкурста Башҡортостанда йәшәгән, төрлө быуын кешеләре татыу көн күргән ғаиләлә